Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Июль 2018, 16:55

Йүгереүселәр менән район дан тота

Райондың еңел атлеттары республика ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә

“Елкән” спорт мәктәбе тренеры Петр Николаев өйрәткән йәш еңел атлеттар өсөн төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуҙың иң күбеһе йәй айҙарына тура килә.

- Быйылғы йылдың июнендә республика башҡалаһында 2004-2003 2002- 2001 йылдарҙа тыуған йүгереүселәр араһында еңел атлетика буйынса БР беренселеге үтте, уны БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы ойошторҙо, - ти Петр Георгиевич. – Беҙҙең районды дүрт еңел атлет тәҡдим итте. Был ихтыярлы спортсы Георгий Блинов өсөн күптән көтөп алынған йондоҙло сәғәт булды. Уның копилкаһында төрлө дәрәжәләге дипломдар һәм миҙалдар бар, ләкин әлеге алтын бүләге юҡ ине. Беренсе көндө Георгий 1500 метрҙан ашыу дистанцияла республиканың егерменән ашыу иң көслө еңел атлеты араһында өсөнсө булып килде һәм бронза миҙал яуланы. Икенсе көндө 3000 метр дистанцияла спортсы бик яҡшы ваҡыт менән һәм төп дәғүә итеүселәрҙе күпкә артта ҡалдырып, финишҡа беренсе килде. Был уның тормошонда беренсе миҙал булды! Быға ул ике йыл буйы ынтылды һәм үҙ тигәненә иреште.

Тәжрибәле педагог Петр Николаев үҙенең тәрбиәләнеүселәренең Өфө ауыл спорт уйындары спартакиадаһында еңел атлетика буйынса район йыйылма командаһы составында сығыш яһауҙары тураһында һөйләне. Был сарала республиканың ауыл райондарынан 13 команда ҡатнашты. Павел һәм Андрей Петровтар бик яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Иң яҡшы бишлеккә Марина Михайлова, Галина Архипова, Артур Ғизетдинов һәм Георгий Блинов инде. Район еңел атлеттары командаһы дөйөм команда зачетында республика буйынса бишенсе урын яуланы.

Владимир Смолов.
Читайте нас: