Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
СПОРТ
26 Октября 2018, 07:46
Спорт комментаторҙары 100 мең һум ота ала
1 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Өфө» футбол клубы булышлығында тәүге «Спорт тауышы» премияһын тапшырыу тантанаһы була
Ошо көндәрҙә «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы, унда Геннадий Орлов етәкселегендә Рәсәй спорт комментаторҙары ассоциацияһы ағзалары һәм «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов ҡатнашты.
Премия ун номинацияла тапшырыла. Ҡатнашыусыларҙы Рәсәй спорт комментаторҙары ассоциацияһы ағзалары йәшерен тауыш биреү юлы менән баһалай. Номинациялар араһында Нина Еремина — «спорттың ҡатын-ҡыҙ тауышы» премияһы бар.
«Ҡатын-ҡыҙҙарҙың спортҡа ҡарашы ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда ҡыҙыҡлыраҡ һәм йөкмәткелерәк. Беренсе премия лауреаттары иҫәбенә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа инһә, бик шат булыр инем», — тине ассоциация ағзаһы Владимир Гомельский.
«Спорт тауышы» премияһы лауретттарына 100 мең һум аҡса тапшырыла.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"