Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
3 Март 2019, 19:00

Универсиадала Башҡортостандан 10 спортсы ҡатнаша

Красноярскиҙа Бөтә донъя ҡышҡы универсиадаһы асылды. Был ҙур спорт ваҡиғаһыда төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән меңләгән студент, шул иҫәптән Башҡортостандан 10 спортсы ҡатнаша.

Республиканы Өфө тау саңғыһы спорт мәктәбе уҡыусылары Руслан Катманов, Александр Герасимов - фристайлда, Кристина Спиридонова — акробатикала, Яна Шакирова — биг-эйрҙа, слоупстайлда тәҡдим итәсәк. Шорт-тректа Анастасия Мигунова сығыш яһаясаҡ. Сноубордта - тау саңғыһы спортының тағын бер вәкиле Елизавета Сәлихова.

Биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Эдуард Латипов һәм Алексей Петров (Биатлон буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр).

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей турнирында "Ағиҙел" хоккей командаһының ике уйынсыһы - Анна Шибанова һәм Мария Баталова сығыш яһаясаҡ.

Красноярскиҙа спорттың 11 төрөндә 76 комплект миҙал уйнатыласаҡ. Ярыштар 2-12 мартта үтә.
Читайте нас: