Дим буйҙары
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
СПОРТ
11 Апреля 2019, 07:35
Баймаҡ ҡыҙы Регина – илдең йыйылма командаһында
Март айында Анапала 15-16 йәшлек ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Унда Башҡортостан йыйылма командаһы составында Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Регина Нурмөхәмәтова ла сығыш яһаны.
Ул ҡатнашҡан ауырлыҡ категорияһында илдең төрлө төбәктәренән 17 спортсы көс һынашҡан. Көсөргәнешле ярышта Регина дүртенсе урынды яулаған. Һөҙөмтәлә уны Рәсәй йыйылма командаһы составына индергәндәр.
Әйтергә кәрәк, был еңеү яҡташыбыҙ өсөн беренсеһе генә түгел. Быға тиклем ул республика, федераль округ, ил күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашып, маҡтаулы урындар алыуға ирешкән. Әлбиттә, матур еңеүҙәр артында ҙур тырышлыҡ, ныҡлы әҙерлек ята. Боксты үҙ иткән ҡыҙ йыл әйләнәһенә тиерлек тренировкаларға йөрөй, һәр ярышҡа етди әҙерләнә, тренерҙарҙың ҡушҡаныдарын еренә еткереп башҡара.
Көслө рухлы, маҡсатлы Регинаға киләсәктә тормошта һәм спортта тағын да ҙурыраҡ еңеүҙәргә ирешеүен теләйек.
http://omet-rb.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"