Был сараның дауамы ла бар – фестивалдең беренсе көнөндә һауа шарҙары Ғафури районындағы Красноусольск шифаханаһынан алып Ишембай районындағы Торатау тауына тиклем осһа, улар 25-27 ғинуарҙа Урал тауҙарын, атап әйткәндә, Әбйәлил яҡтарын иңләйәсәк.
Яҡтыкүл шифаханаһы биләмәһенә күсәсәк “Самрау” фестивалендә теләүселәргә был хозурлыҡты күҙәтеү генә түгел, күкте иңләргә лә мөмкинлек биреләсәк.
Һауа шарҙарында осоусылар Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Түбәнге Новгородтан, Новосибирскийҙан, Төмәндән, Бөйөк Новгородтан, Бөйөк Луктан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстандан һәм башҡа төбәктәрҙән йыйылған.
“Самрау” фестивален ойоштороусылар әйтеүенсә, осоусы аэростаттар азатлыҡты һынландыра.
Фото: ufa.aif.ru