Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Июль 2018, 13:28

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға

Бишбүләк районы ЗАГС бүлеге мәҡлүмәттәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан алып 17 июленә ҡәҙәр, 2017 йыл менән сағыштырғанда, тыуыу осраҡтары ла. Үлем осрағы ла кәмегән.

Бүлектә 374 гражданлыҡ хәле акттары теркәлгән. Донъяға 116 сабый (68 малай һәм 48 ҡыҙ) тыуған. Уҙған йылда иһә ҡауҙы 140 бәпес алып килгән булған. Иң популяр исемдәр: Артем, Тимур, Матвей, Ярослав, Арина, Дарья, Самира, Амалия, Софья. Һирәк осрай торған һәм ғәҙәти булмаған исемдәрҙән: Эрик. Эрнест, Эльнар, Мирон, Елизар, Нур, Лев, Элина, Агата, Марьяна, Аглая, Рада, Ралия һәм Мәрйәм.

24 ғаиләлә беренсе, 46 ғаиләлә икенсе, 32 ғаиләлә өсөнсө, алты ғаиләлә дүртенсе, өс ғаиләлә бишенсе, ике ғаиләлә алтынсы һәм унан да күберәк бала тыуыуы теркәлгән.

Рәсми рәүештә үҙ мөнәсәбәттәрен 55 пар теркәгән, 40 ирле-ҡатынлы пар айырылышҡан.

Үлем осрағы бер аҙға кәмегән. Уҙған йылдың алты айында 193, 2018 йыл башынан 179 кеше (96 ир-ат һәм 83ҡатын-ҡыҙ) яҡты донъя менән хушлашҡан.

- Йылдан-йыл никах теркәү тураһында акттар һаны кәмей, - ти Бишбүләк районы ЗАГС бүлеге начальнигы. – Бындай тенденция бөтә ил буйынса күҙәтелә. Сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә ҡиммәттәре юғала бара. Ғаиләнең ғәҙәти төшөнсәһе уртаҡ йәшәүҙең төрлө формалары менән алыштырыла: ирекле никах, бергә йәшәү, гражданлыҡ никахы, партнерлыҡ. Шуға күрә ғаилә институтын нығытырға, ғаиләгә, ғаилә усағына ҡарата боронғо ҡиммәттәрҙе тергеҙергә кәрәк.

6 һәм 7 июлдә булған ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә дүрт йәш пар никах теркәгән. Тантана барышында улар район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин менән “Ғаилә” Йәштәр үҙәге бүлексәһе мөдире Надежда Сидорованан йылы ҡотлауҙар ҡабул итте.

Ирина Фомина,

Олег Леонтьев фотоһы.
Читайте нас: