Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Июль 2018, 18:47

ЮНЕСКО эксперттары Башҡортостанда «Янғантау» геопаркын баһаланы

Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәре эксперттары Алиреза Амриказеми (Иран) һәм Артур Са (Португалия) булып китте. Ғалимдар Салауат районындағы «Янғантау» геопаркын баһаланы. «Янғантау» Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә итә.

Эксперттар «Янғантау» геопаркының геологик, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫының төп объекттарын, шул иҫәптән «Мәсетле» Пермь осоро тоҡомдарының геологик урынын һәм ҡаҙылма фауна тупланған ерҙәрҙе барып ҡараны. Барлыҡ ошо объекттар боронғо Тетис океаны булған осорҙа ошо биләмәнең үҫеш тарихын күрһәтә. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы геопарктың визит-үҙәге һәм уның биләмәһендәге төп туристик маршруттар менән таныштырҙылар. Улар — Йүрүҙән йылғаһы буйлап ағып төшөү, велосипед туры, атта йөрөү, экоһуҡмаҡтар.

Бынан тыш, сит ил эксперттарына Янғантауҙың шифалы сығанаҡтары файҙаһын үҙҙәрендә һынап ҡарарға , урындағы халыҡтың фольклор байрамында ҡатнашырға тәҡдим ителде.

Һуңғы көндә геопарк биләмәһендә номинация ғаризаһының ЮНЕСКО талаптарына тап килеүен баһалау буйынса эш кәңәшмәһе уҙғарылды. Халыҡ-ара ойошма вәкилдәре дүрт сәғәт буйына тапшырылған документтарҙы, фото- һәм видеоматериалдарҙы өйрәнде.

Эксперттар һүҙҙәренсә, «Янғантау»ҙың ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүе тураһында аҙаҡҡы ҡарар 2018 йылдың октябрендә, ЮНЕСКО геопарктары буйынса Советта эксперттарҙың отчетын ҡарағандан һуң билдәле була.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышында үҙенсәлекле урындар, тәбиғи һәм геологик парктар булған биләмәләр, атап әйткәндә, Башҡортостан өсөн уларҙың халыҡ-ара тигән статус алыуы фәнде, мәғариф проекттарын, туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса тип белдергәйне.

«Геологик парктар булдырыу иҡтисади үҫешкә, социаль инфраструктураны яҡшыртырға, туристар ағымын арттырырға, киң аудитория өсөн ҡыҙыҡлы мәғариф проекттарын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итергә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Туризм йыш ҡына биләмәләрҙе үҫтереүҙең төп факторҙарының береһенә әүерелә. Күп кенә дәүләттәрҙә хеҙмәттәр эскпортының өстән бер өлөшө һәм хатта күберәге туризм, рекреация өлөшөнә тура килә. Был йәһәттән беҙҙә, әлбиттә, резервтар ҙур»

Башҡортостандан ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә ғариза 2017 йылдың ноябрендә тапшырылғайны. Номинация документын Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институты (Өфө), Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Ҡазан федераль университеты ғалимдары, «Янғантау» шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.
Читайте нас: