27 августа «РТС-тендер» электрон майҙансығында аукцион йомғаҡтары буйынса подрядсы һайлана, тиелә тендер документтарында. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы уҙғара.
Проектҡа ярашлы, музей — өс ҡатлы, дөйөм майҙаны — дүрт мең квадрат метрҙан ашыу. Үткәреүсәнлек һәләте — тәүлегенә 690 кеше. Музейға ингән ерҙе сәскә түтәлдәре, яҡтыртҡыслы һәм скульптура композицияһы — «Шүлгәнташ» логотибы менән яһалма һыу ятҡылығы биҙәй. Музей янында 300 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналар менән урам сәхнәһен урынлаштырыу күҙаллана. Эргә-тирәләге биләмәлә газондар, клумбалар, ял итеү өсөн эскәмйәләр була.
Төҙөлөшкә ике йылдан ашыу ваҡыт бирелә.
Музей-ҡурсаулыҡ «Шүлгәнташ» тарихи-археологик һәм ландшафт-спелеологик музей-ҡурсаулығын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Музейҙың нигеҙен биш төрлө экспозиция тәшкил итә, төп экспонат — Шүлгәнташ мәмерйәһенең кесерәйтелгән күсермәһе. Бинала археологик һәм ботаник коллекциялар һаҡлағыс һәм ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр бүлмәһе менән балалар ғилми үҙәге лә була.
Бына алда агентлыҡта комплекстың ҡасан төҙөләсәге һәм бүленгән аҡса нимәгә тотоноласағы тураһында ентекле мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны.