Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2018, 18:26

Башҡортостанда тағы 15 яңы тәбиғәт паркы булдырыла

ашҡортостанда тағы 15 яңы тәбиғәт паркы ойошторала. Әле 164 бар, улар республиканың туғыҙ районында урынлашҡан торф һаҙлыҡтары биләмәләре. Ошо хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев төбәк Хөкүмәте Президиумы ултырышында хәбәр итә.

«2015 йылдан республикала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын үҫтереү программалары сиктәрендә торф һаҙлыҡтарын һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып барылды. Дала һәм урман-дала зоналарында һаҡлаулы зоналар менән республика тәғәйенләнешендәге 15 айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре проектланған», — тине министр.

Был тәбиғәт объекттары урман-дала зонаһында урынлашҡан, өҫтәүенә уларҙың туғыҙы Урал алдында (Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә райондары), алтауһы Урал аръяғында (Әбйәлил, Учалы райондары). Илдар Һаҙыев һүҙҙәренсә, был объекттар тәбиғәтте һаҡлау сараларын ҡабул итеүҙе талап итә.
Читайте нас: