Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2018, 16:57

Рәсәйҙәрҙе электрон паспорттарға күсерә башлайҙар

2021 йылдан Рәсәйҙә граждандарҙы электрон паспорттарға күсерә башларға уйлайҙар, тип хәбәр итә РБК.

Электрон паспорттар яйлап ҡағыҙ паспортты тулыһынса алмаштырырға тейеш. Уның электрон чип менән пластик карта рәүешендә әҙерләнеүе мөмкин. Электрон паспорттар индереү буйынса проект сентябрҙә Рәсәй хөкүмәтендәге ике кәңәшмәлә тикшерелде.

Чипҡа хәҙерге паспорттағы мәғлүмәт кенә яҙылмай. Һүҙ бер документта СНИЛС, водитель танытмаһы һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙе берләштереү хаҡында бара. Шуның менән параллель рәүештә Рәсәйҙәге бөтә халыҡтың берҙәм мәғлүмәттәр базаһы булдырылырға тейеш.

Рәсәйҙәрҙе электрон паспорттарға күсереү реформаһының хаҡы 2024 йылға тиклем 114,4 миллиард һум тәшкил итеүе мөмкин. Бюджет өсөн был сумманы яңы документ алыу өсөн дәүләт пошлинаһы иҫәбенә ҡаплау күҙаллана.

Электрон паспорт, юридик яҡтан әһәмиәтле ғәмәлдәр башҡарыу өсөн барлыҡ кәрәкле мәғлүмәттәрҙе туплап, дәүләт мәғлүмәт системаларына граждандың «һанлы профиленә» инергә мөмкинлек бирә.

2023 йылға илдә граждандың «Һанлы профиле» системаһын булдырыу тураһында 17 сентябрҙә хөкүмәт тарафынан раҫланған «Һанлы иҡтисад» милли программаһы проектынан билдәле булды.

Һүҙ граждандың метапрофилен булдырыу хаҡында бара, был — кеше тураһында электрон дәүләт реестрҙарында юридик яҡтан әһәмиәтле яҙмаларға һылтанма рәүешендә һаҡланған мәғлүмәттәр (мәҫәлән, күсемһеҙ милек йәки һалымдар тураһында мәғлүмәттәргә). «Һанлы иҡтисад»тағы аккаунт, ведомстволар араһындағы мәғлүмәт алмашыуға ваҡытты ҡыҫҡартып, кеше тураһында бөтә юридик мәғлүмәтте берләштерергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Өҫтәүенә хөкүмәт учреждениеларына граждандың системала уның профиле хаҡында мәғлүмәтте эшкәртеүгә ризалығы талап ителмәй. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәт талап ителгән коммерция ойошмалары бындай ризалыҡ алырға тейеш. Атап әйткәндә, һүҙ потенциаль займ алыусы тураһында мәғлүмәттәр йыйған банктар хаҡында барыуы мөмкин.
Читайте нас: