Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2018, 13:03

Мохтаждар өсөн йылы кейем

Өфөнөң «Кейем-һалым банкы» мохтаждар өсөн йылы кейем йыя. Һүҙ билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләр тураһында ғына бармай. Яңы әйбер һатып алырға аҡсалары булмаған, кеше әйберҙәрҙен кейергә әҙер кешеләр бар.

Пенсионер Валентина Степанова яңғыҙы өс ейәнен – ике малайҙы һәм инвалид ҡыҙҙы тәрбиәләй. «Кейем-һалым банкы»на ҡатын йыш килә. Үҙенең әйберҙәрен килтерә. Нимәнелер ҡарап, үҙе һәм балалары өсөн алып ҡайта.

Сипайловонан Юлиә Вдовинаның һигеҙ айҙан 19 йәшкәсә туғыҙ балаһы бар. Күп балалы әсәгә бөтәһен дә кейендереү еңел түгел, шуға «Кейем-һалым банкы» — уның өсөн ҙур терәк.

Әле ҡышҡы аяҡ-кейем, курткалар, ойоҡбаш һәм башлыҡтар айырыуса көнүҙәк. Белгестәрҙең берҙән-бер үтенесе – хәйриәлеккә бирергә ниәтләнгән әйберҙәрҙең таҙа һәм бөтөн булыуы.

«Кейем-һалым банкы» Цюрупа урамы, 102 адресы буйынса «Ғаилә» республика ресурс үҙәге базаһында эшләй. Ул эш ваҡытында барлыҡ теләүселәр өсөн асыҡ, тип хәбәр итә «Вся Уфа» телеканалы.
Читайте нас в