Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2018, 18:57

Тарихты танып-белеп

Балалар Муса Йәлил музейында булды

Тарихты төрлө ысулдар менән өйрәнергә мөмкин: китап, уҡытыусы лекцияһы, бөтә донъя Интернет селтәре аша, үҙ аллы йәки уҡыу йортонда. Дим ауылы урта мәктәбе уҡыусылары, «9 рота» эҙләнеү отряды үҙ ысулын тапҡан — музейға поход.
Татар шағиры, Советтар Союзы Геройы, Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлимлдең музейы - уникаль йорт. Балалар директорҙың кластан тыш эштәр буйынса урынбаҫары Р.С. Тихонова, тарих уҡытыусыһы, «9 рота» эҙләнеү отряды етәксеһе В.А. Чернов, башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А.Г. Хәбибуллина етәкселегендә алыҫ булмаған сәфәргә юлланды.
Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районы Мостафа ауылы — шағирҙың кескәй ватаны, бында уның бала сағы hәм йәшлеге үткән. Музейҙың беренсе залында М. Йәлилдең ғаиләһе hәм бала сағы менән таныштыҡ, шағирҙың әсәһенең әйберҙәрен, уҡыу әсбаптарын, документтарын, китаптарын күрҙек. Икенсе зал — «Муса Йәлил ижадының ҡыҙыл осоро» — шағирҙың әҙәби юлы башына, Ырымбурҙа hәм Ҡазанда уҡыу йылдарына бағышланған. «Муса Йәлилдең һуғышҡа ҡәҙәр тормошо hәм ижады. 1921 — 1941 йылдар» залында экскурсовод Нәфисә Фатих ҡыҙы Йәлилдең әҙәби ижадының сәскә атыуы һәм уның Мәскәүҙә, Ҡазан ҡалаһында әүҙем тормошо тураһында һөйләне.
«Yлемһеҙлеккә юл» залында электрон терминалдарҙа Йәлилдең төрмәлә бергә булған иптәштәре һаҡлап ҡалған, Ватанына ҡайтарылған «Маобит дәфтәре» яҙмаларын күрҙек, татар hәм рус телдәрендә шиғырҙары иенән таныштыҡ, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Мостафа ауылы кешелeре тураһында мәғлүмәт алдыҡ.
Экскурсия бик мауыҡтырғыс ине, уҡыусыларҙы Муса Йәлилгә бәйле һәр нәмә ҡыҙыҡһындырҙы. “Патриот-шағир ижад иткән өҫтәлде, hәм шулай уҡ уникаль экспонаттар — шағирҙың 1916 йылғы фотоһын, 1942 йылда туғанының туйына яҙған шиғирҙарының ҡулъяҙмаларын күрҙем”, — тип һөйләне А. Кирeев. Зәлифә Диникеева шағирҙың ысын фамилияһы Йәлилев, ә Йәлил уның псевдонимы икәнлеген, Муса Йәлил лирик шиғирҙар, поэмалар, «Алтын сәс» операһына либретто яҙғанлығын белгән. Музейҙың айырыуса ғорурлығы — Муса Йәлилдең тормош юлына бағышланған 3D –экспозицияһын күреү бик фәһемле булды.
Раушания ТИХОНОВА, директорҙың кластан тыш эштәр буйынса урынбаҫары.

Читайте нас: