Дим буйҙары
-16 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2018, 15:54

9 меңдән ашыу кеше тауыш биргән

Тотош илдә «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» проектында тауыш биреү бара, ул 12 ноябрҙә башланды. Теләгән һәр кем илдең 47 аэропортының береһенә, шул иҫәптән Өфөләгеһенә исем һайлай ала.

Өфө аэропортына дәғүә иткән исемдәр: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим һәм башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев.

Бер тәүлек эсендә великиеимена.рф сайтында Өфө аэропорты өсөн 9 155 кеше тауыш биргән: 5 147-һе — Муса Гәрәевҡа, 1 493-ө — Мостай Кәримгә һәм 2 515-е — Салауат Юлаевҡа. Тауыш биреү һөҙөмтәләре Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-нән дә һуңға ҡалмайынса тәүлегенә бер тапҡыр яңыртып торола.

Алдан хәбәр ителгәнсә, теләгән һәр кем дөйөм исемлектәге бер аэропортты һайлап, «бер тауыш – бер аэропорт – бер исем» принцибы буйынса бер исем өсөн тауыш бирә ала. Тауыш ҡалдырыу өсөн ойоштороусылар тәҡдим иткән ысулдарҙың береһен файҙаланырға кәрәк:

— великиеимена.рф сайтында,

— проекттың социаль селтәрҙәрендә,

— 8-800-707-93-17 һанына шылтыратырға,

— «Аэрофлот» компаниялар төркөмө самолеттары бортында һәм «Еңеү ирекмәндәре» стационар нөктәләрендә анкета тултырырға.

Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле исемдәр 2018 йылдың 5 декабрендә билдәле була.