Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ноябрь 2018, 13:32

«Хеҙмәт иткем килә!»

Көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһын 20-ләгән егет үтте

Составында комиссия рәйесе, комиссия рәйесе урынбаҫары, комиссия секретары, хәрби хеҙмәткә саҡырыусыларҙы медицина тикшереүе буйынса эш менән тәьмин итеүсе табип, эске эштәр органдары, мәғариф бүлеге, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте органы, йәштәр сәйәсәте hәм спорт комитеты, муниципаль район Советы вәкилдәре булған саҡырыу комиссияһы егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса төп сараларҙы үткәрә. Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы уҙғарыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу hәм РФ Ҡораллы Көстәр хәрбиҙәре составын тулыландырыу уларҙың яйға һалынған hәм компетентлы эшенә бәйле.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы ултырышында уҡыуҙы тамамлау өсөн, һаулығы буйынса кисектереү, өҫтәмә медицина тикшереүенә ебeреү, һаулыҡ торошо буйынса Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре запастарына күсереy, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә саҡырыу тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде. Сөнки хәҙерге шарттарҙа Ҡораллы Көстәр белемле, сәләмәт, мораль-эшлекле hәм hөнәри сийфаттарға эйә булған хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙы талап итә.

Хәҙерге йәштәрҙең күпселеге хәрби бурыстарын теләкһеҙ үтәй, тиһәләр ҙә, күп кенә егеттәр әлеге сараның мөhимлеген аңлай hәм армия тәртипкә өйрәтә, батырлыҡ дәрестәре бирә, рухты нығыта, тигeн фекер менән килешә, хеҙмәт итeргә теләк менән бара.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы тарафынан ғәскәрҙәрҙең төрө һәм төркөмөн билдәләгәндә, саҡырылыусының тееләге лә иҫәпкә алына. Ҡайһы бер хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар ултырышҡа уҡыу буйынса hәм уларҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуға кисектереүҙән баш тартыу тураһында ғариза менән килгән. Әлеге ғаризалар ҡаралды hәм ҡәнәғәтләндерелде.

Саҡырылыш комиссияһы хәрби хеҙмәткә сыҡырылыусыларҙың ата-әсәләре менән актив эш алып бара, уларға хәрби хеҙмәтте үтеү тураһында норматив-хоҡуҡи акттар, хәрби хеҙмәт үтеү тәртибе, хәрбиҙәр өсөн ташламалар hәм гарантиялар тураһында еткерә. Комиссия ултырышы асыҡ форматта үткәрелә hәм шуға күрә ата-әсәләрҙең ҡатнашыуы рөхсәт ителә. Уларҙың фекерҙәре hәм тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалына.

Һаулыҡ торошо яҡшы тип табылһа, йәш армиясылар хәрәкәтендә булған егеттәр өсөн Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре ғәскәрҙәренең теге йәки был подразделениеһын, төрөн hәм төркөмөн һайлау хоҡуғы бирелә.

Хeрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙе традицион Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөнә саҡырҙылар. 23 ноябрҙә Өфө ҡалаһының йыйылыу пунктына беренсе озатыу буласаҡ, унан егеттәр төрлө хәрби округтарға hәм частәргә тараласаҡ.

Марина ЯКОВЛЕВА.
Читайте нас: