Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь 2018, 15:27

Көҙ - күңел асыу ваҡыты

Балалар баҡсаһында көҙ байрамы — бала-сағаның иң яратҡан байрамдарының береһе

Кескәйҙәр балалар баҡсаһында, ғәҙәттә, нимә көтә? Әлбиттә, байрам! Календарҙа иҫтәлекле дата булмаһа ла, көҙ етеү уңайынан ниңә әле байрам ойоштормаҫҡа? Көҙгө моңһоу мәл, тиһәләр ҙә, балаларҙың көҙгө байрамдары ул — күп йылмайыу hәм шатлыҡ, сөнки балалар алтынһыу төҫтәге япраҡтарға һәм зонтик аҫтында аяҡтарына резин итектәр hәм ямғыр кейемдәрен кейеп йөрөгәндә, ямғырға һөйөнөргә һәләтле.

«Затейники» төркөмөндәге «Ҡояшҡа ярҙам итәйек» көҙгө күңел асыу сараһы уҙҙы. Яҡты hәм шатлыҡлы байрамды балалар йыр менән асты, Көҙҙө һәм Ҡояшты байрамға саҡырҙы. Ҡояш ауырып киткән икән. Терпе hәм Ҡуян балалары витаминдар алып килде. Тайыш табан Мишка ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән уртаҡлашты, ҡырмыҫҡалар микстура тапты. «Бал ҡорто балалары» бейеүе иҫтә ҡалырлыҡ миҙгел булды. Тәрбиәләнеүселәр шиғыр һөйләне, уйнаны. Ҡояш һауығып, балаларға рәхмәт белдерҙе.

«Көҙгө ығы-зығы йәки нисек балалар көҙҙө ҡоткарҙы» байрамы онотомаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. «Любознайки» hәм «Почемучки» өлкән көркөмдәрендә «Көҙгө бал» hәм «Иҫәнме, алтын көҙ» байрамдары уҙҙы, унда балалар королева Көҙҙө йырҙар hәм бейеүҙәр менән хөрмәтләне. «Гномиктар» төркөмөндә балалар Ҡуян ҡыҙын ҡотҡарҙы.

Сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе Нәбирә Арыҫланова hәм Ирина Васильеваға рәхмәт әйткe килә, улар тәрбиәселәр менән берлектә балалар hәм ата-әсәләр өсөн көҙгө байрамды юғары кимәлдә ойошторҙо.

Зөһрә Фазлиәхмәтова,

Бишбүләк «Йылмайыу» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор фотоһы.
Читайте нас: