Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2018, 09:54

Улдар Ватаныбыҙҙы данлай

Бишбүләк ауылынан Инна hәм Иван Федотовтар улдарын армияға оҙатып, уның хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүен теләгән

Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүсе һалдаттың ата-әсәһе өсөн часть командованиеһынан Рәхмёт хаты алыу — шатлыҡ. Был бит улар лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергән тигән һүҙ. Илья ата-әсәһенең ышанысын аҡлаған. Ырымбурҙа алты ай уҡыу-өйрәнеүҙәрҙә булғандан һуң, ата-әсәһенә рәхмәт хаты килгән, унда улдарының нисек хеҙмәт итеүе әйтелгән: «Хеҙмәт һәм өйрәнеү ваҡытында Илья үҙен тәртипле, яуаплы hәм эште теүәл башҡарыусы һалдат булараҡ танытты, бының өсөн бүлек командованиеһы тарафынан бер нисә тапҡыр бүләкләнде. Хеҙмәт һөйөүсәнлек hәм сыҙамлыҡ, ихтыяр көсө hәм алға ынтылыусанлыҡ уға уҡыу ваҡытында барлыҡ ауырлыҡтарҙы hәм һынауҙарҙы еңeргә, уҡыу программаһын үҙләштереүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итте…»

БДУ ҡаршыһындағы юридик колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, Ильяны 2018 йылдың 4 июлендә армияға алалар. Ул Ырымбур ҡалаһының һауа hөжүмeнә ҡаршы зенит-ракета ғәскәрҙәренә элeгә. Машина йөрөтөүсе-механик һөнәрен үҙләштерә.

— Улыбыҙҙың шундай маҡсатҡа ынтылыусан булыуы — Иван Владимировичтың хеҙмәте, ул ысын ир-ат холҡо тәрбиәләне. Атаһы уға һәр яҡлап өлгө булып тора, — тип улын тәрбиәләү сере менән уртаҡлаша Инна Петровна.

Илья hәр ваҡыт хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә хыялланған. Физик әҙерлектән һәм хоҡуҡ нормативтарын тапшырыуҙан башҡа хыялды тормошҡа ашырыу мөмкин түгеллеген белеп, ул ихтыяр көсөн туплап, арҡылы бороста шөғөлләнгән, йүгереү менән етди мауыҡҡан. Район күләмендә үткәрелгән еңел атлетика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.

Илья командирҙар hәм үҙ хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған, барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн өлгө булып тора.

— Тормошта нисек кенә ауыр булмаһын, беҙ уны hәр ваҡыт хуплайбыҙ hәм уға ышанабыҙ, — ти Инна Федотова.

Ысын патриот hәм Ватанды һаҡлаусы — улдары hәм ейәндәренең уңыштарына туғандары hәм яҡындары ихлас шатлана. Ә Илья, үҙ сиратында, уларҙың өмөттәрен аҡлап, хәрби ант hәм хәрби устав талаптарын хыянатһыҙ үтеп хеҙмәт итә. Хеҙмәт срогы тамамланырға ярты йылдан аҙыраҡ ваҡыт ҡалған. Күптән түгел яҡташыбыҙ ата-әсәләрен генә түгел, районды ла данлап, Владикавказдың «Спутник» хәрби частенә күскән.

Марина Яковлева.
Читайте нас: