Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2018, 15:18
«Күңелле старттар» күңелле булды
Колледжда спорт байрамдарын үткәреү традицияға әйләнде
Ватан геройҙары көнөн байрам итеү сиктәрендә Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк филиалының спорт залында «Күңелле старттарҙа» ҡатнашыу hәм ыңғай эмоциялар алыу өсөн ҡатнашыусылар, көйәрмәндәр, жюри йыйылды. Стартҡа биш студент hәм уҡытыусы hәм производствоға өйрәтеү оҫталарының өс командаһы сыҡты.
Иң ҡыҙыҡлы hәм мауыҡтырғыс ваҡыт башланды — командалар ярышырға тотондо. Ярыштар башында булған командаларҙа ҡатнашыусыларҙың тулҡынланыуҙары, көйәрмәндәрҙең ярҙамы менән ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Ҡатнашыусылар барлыҡ көстәрен йыйып финишҡа беренсе булып килергә тырышты. Улар етеҙлек, көс, тиҙлек, зирәклек, берҙәмлек hәм ойошҡанлыҡ күрһәтте.
Уртаҡ байрамдар hәм күңел асыу коллективты яҡынайта. Залда көлкө, тауыш hәм күңел күтәренкелеге хөкөм һөрҙө. Барыһы ла бәхетле ине! Ә ҡатнашыусыларҙың күҙҙәрендәге шатлыҡтары — ойоштороусыларға иң яҡшы бүләк... Ярыштар ысын мәғәнәһендә спорт, һаулыҡ hәм йәшлек байрамынә әүерелде. «Күңелле старттар»ҙа ҡатнашып, беҙ үҙебеҙҙе ҙур берҙәм ғаилә итеп хис иттек! Барлыҡ командалар ҙа татлы бүләктәр, күтeренке кәйеф менән бүләкләнде.
Надежда Саватнеева,
физик тәрбиә етәксеһе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"