Район хәрби комиссары Валерий Шәрифуллин hәм район хакимиәтенең мобилизацион әҙерлек hәм Гражданлыҡ оборонаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Виталий Сергеев смотр-конкурста еңеүселәрҙе ҡотланы hәм уларға дипломдар тапшырҙы. Быйыл уҙған смотр-конкурста 5 ауыл биләмәһе hәм 12 ойошма ҡатнашты.
Ауыл биләмәләре араһында беренсе урынға Баҙлыҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе лайыҡ булды, (был эш Марина Данилова яуаплылығында). Икенсе урынды Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе алды (Илмира Ғабдрахманова). Өсөнсө урында Биҡҡол ауыл Советы ауыл биләмәһе (Лилиә Ҡыямова).