Уҡыусылар уҡытыусылар менән бергә классиктарҙың hәм башҡорт композитор-ҙарының әҫәрҙәрен башҡарыу, шулай уҡ төрлө музыка ҡоралдарында халыҡ көйҙәрен эшкәртеү оҫталыҡтарын күрһәтте. Һәр концерттың үҙ стиле hәм тематикаһы бар ине, уҡыусылар тыңлаусыларға башҡарылған әҫәрҙәрҙең бар матурлығын hәм характерын еткерә алды. Балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залында ысындан да изгелекле атмосфера тыуҙырылғайны, ата-әсәләр балаларҙың сығыштарын йылы ҡабул итте, уларҙың hәр ҡайһыһы үҙ һәләтен аса hәм күрһәтә алды.