Һимеҙ һарыҡ итен (артҡы бото йәки һөйәкһеҙ түш ите) 40-45 грамлыҡ киҫәктәргә (бер порцияға — 4-5 киҫәк) бүлергә. Туралған һуған, кишер, бәшмәк менән еңелсә ҡурырға һәм барыһын да балсыҡ көршәктәргә һалырға. Өҫтөнә эҫе һурпа ҡойорға, ит әҙер булғансы әкрен генә ҡайнатып быҡтырырға. Әҙер булыр алдынан айырым бешерелгән фасоль һәм тәмләткестәр һалырға. Табынға бирер алдынан ваҡлап туралған һарымһаҡ һәм укроп һибеп сығырға. Һарыҡ һәм ҡаҙ итенән (1:1) бешерелгән өлөш тағы ла тәмлерәк була.
яңы бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 50-60 грамм,
иретелгән май 10-15 грамм,
кәрәгенсә тәмләткес үләндәр,
бөртөклө борос һәм лавр япрағы.
Бешкән ҡош итен (тиреһеҙ йомшаҡ ере алына) ҡыҫҡа һалам итеп турарға һәм аҡ майҙа еңелсә ҡурырға. Бәшмәктәрҙе таҙартырға, ентекләп йыуырға, яртылаш әҙер булғансы бешерергә, унан һуң ҡош ите кеүек турарға һәм әҙер булғансы ҡурырға. Әҙерләп ҡуйылған продукттарҙы ҡаймаҡ соусы менән ҡушып бутарға һәм талғын утта 4-5 минут ҡайнатырға. Кокотницаларға (тимер кәстрүлдәргә) әҙер массаны тултырырға, өҫтөнә ҡырылған сыр, май һибергә, мейестә 250-280С температурала алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә.
Жюльен аҫтан көймәһен өсөн һауытын эҫе һыулы табаға ултыртырға. Табынға биргәндә кокотницаларҙы, һырлы салфеткалар һалып, бөйөрөк йәки десерт тәрилкәләренә ҡуйып бирергә, эргәһенә балғалаҡ һалырға, ә тотҡаһына ҡағыҙ папильотка кейҙерергә.
Ҡаймаҡтан тәбиғи соус әҙерләү: ондо майһыҙ ғына ҡыҙҙырырға, һыуытырға, иретелгән май менән бутарға һәм ҡаймаҡҡа һалырға. Унан һуң бутап тороп ҡайнатып сығарырға, тоҙ, аҡ борос өҫтәп, өс-биш минут бешерергә. Әҙер соусты һөҙөргә һәм яңынан ҡайнатып сығарырға.
Бешкән тауыҡтың йомшаҡ ите
ҡурылған бәшмәк (аҡ бәшмәк йәки көләпә) 10-15 грамм,
ҡаймаҡтан тәбиғи соус 25-30 грамм,