Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2018, 12:41

Федераль субсидиялар күбәйәсәк

Рәсәйҙә 12 дәүләт проекты ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Улар тураһында Мөрәжәғәтнамәһендә Президент Владимир Путин еткерҙе.

Рәсәй халҡы тормош сифаты яҡшырыуын тойһон өсөн дәүләт алдағы алты йылда 28 триллион һум аҡса бүләсәк. Эш барлығы 12 йүнәлеш буйынса алып барыласаҡ. Былар – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, юлдар, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.

Киләһе йылға дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыуға Башҡортостан – 34,2 миллиард, ә алты йылда барлығы 170,6 миллиард һум алыр тип планлаштырыла. Киләһе йылда республика ете заманса балалар баҡсаһы төҙөү өсөн – 1,4 миллиард һум, ҡала һәм ауылдарҙа яңы мәктәптәр һалыуға һәм уларҙың матди базаһын яңыртыуға – 645 миллион һум, яңы дауалау учреждениеларын сафҡа индереүгә – 500 миллион һум, ауыл ФАП-тарына һәм күсмә медицина комплекстарына 260 миллион һум федераль субсидия аласаҡ, тип көтөлә.

Автор: Г. ВАРИСОВА
Читайте нас: