Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2019, 15:03

Хыялдар тормошҡа аша

Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Елизавета Михайловаға, ысынлап та, бәхет йылмайҙы

Республиканан Рәсәйҙең төп шыршы байрамына 114 уҡыусы бара алды. 7-се класс уҡыусыһы Елизавета ла уҡыуҙағы уңыштары, конкурстарҙа hәм олимпиадаларҙа еңеүҙәре, мәктәптән тыш сараларҙа актив ҡатнашыуы өсөн бәхетлеләр исемлегендә була. Ҡыҙ кескәй саҡтан уҡ йырларға ярата. Ун йәшенән алып Ольга Данилова етәкселегендәге Мәҙәниәт һарайының «Тере һыу» коллективында сығыш яһай.

— Минең ғаиләм ҙур hәм татыу: атайым Руслан, әсәйем Ирина, оло апайым, мин hәм һеңлем. Әсәйем «Йылмайыу» балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй, атайым — Себерҙe, апайым Аня медицина колледжында уҡый, һеңлем Настя — өсөнсө класс уҡыусыһы, — тип һөйләй Елизавета Михайлова. — 24 декабрҙә беҙ әсәйем менән Өфө ҡалаһының «Связист» балалар һауыҡтырыу лагерына киттек. Унда делегация составына кергән барлыҡ балалар менән таныштыҡ. Өфө аэропортында беҙҙе республика мәғариф министры вазифаларын башҡарыусы Айбулат Хажин оҙатты. Мәскәүҙә беҙ «Альфа» ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ.

26 декабрҙә илдең төп шыршы байрамы булды. Кремль һарайына барғанда, батша-колокол, батша-пушканы күрҙек, Ҡыҙыл Майҙанға һоҡланып ҡараныҡ. Кремль һарайы фойеһында дүрт ҡатта күп кенә ижади, фәнни hәм уйын майҙансыҡтары hәм мастер-кластар урынлашҡан. Төп сәхнәлә «Әкиәт әйлән-бәйләнә» тип исемләнгән иҫ киткес музыкаль тамаша ҡараныҡ. Барыһы ла иҫ киткес булды, төрлө аниматорҙар, йылдың төп символы — Сусҡа беҙҙең күңлебеҙҙе күтәрҙе. Илдең төп шыршыһына 5 меңгә яҡын бала йыйылғайны. Матур сәнғәт сығыштарына конкурс ойошторолдо, мин унда ҡатнаштым. «Тень-тень» халыҡ йырын башҡарҙым. Бүләккә «Карусель» телеканалынан телескоп алдым.

Миңә был сәйәхәт бик оҡшаны. Был ваҡиғаны мин ғүмер буйы иҫемдә тотасаҡмын. Бүләктәр күп бүләк иттеләр: ҡунаҡхананан бүләк, Мәскәү профсоюздары Федерацияһынан бер бүләк hәм шыршыла Кремль формаһында бүләк бирҙеләр. Россия-1 каналының тележурналистларына ике тапҡыр интервью бирҙем. Беҙҙе Измайлов Кремлендәге ҡыҙыҡлы hәм танып-белеү программаһы көтә ине, беҙ унда шыршы уйынсығтарын әҙерләү буйынса мастер-класста ҡатнаштыҡ. Беҙҙе БР Өфө районы муниципаль район Советы депутаты Артур Кәбиров оҙатып йөрөнө. Ул беҙҙең турала хәстәрлек күрҙе, hәр ваҡыт яныбыҙҙа булды, сығыштарыбыҙ өсөн борсолдо. Барыһы өсөн дә рәхмәт уға. Бөтә Рәсәй шыршы байрамында ҡатнашыу мөмкинлеге биргән өсөн район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, мәктәпкә, ата-әсәләргә рәхмәт. Ниhайәт, минең хыялдарым тормошҡа ашты: самолетта осоу, Мәскәүгә барыу hәм илдең төп шыршыһында булыу.

Ирина Михайлова,

Фото Елизавета Михайлованың шәхси архивынан.
Читайте нас: