Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2019, 16:32

«Ҡаргиҙәр» операцияһы

Районда юлдан ситтә йөрөү мотосаналарының техник торошон тикшереү бара

Район Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, тораҡ пункттарҙа халыҡтың ике тиҫтәнән ашыу юлдан ситтә йөрөүсе (ҡаргиҙәрҙәр, «бурандар» hәм квадрациклдар) мотосаналары бар. Шуларҙың 22-һе генә теркәлгән. Республикала шундай дүрт меңдән артыҡ техника иҫәпләнә.

— БР Хөкүмәтенең махсус ҡарарына ярашлы рәүештә, 14 ғинуарҙан алып 15 февралгә ҡәҙәр республикала мотосаналар ҡулланыу процесында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү буйынса саралар күрелә, — ти Дәүләт техник күҙәтеүенең район инспекцияһы начальнигы Эдик Григорьев. — Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторҙарына Экология министрлығы, БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ Дәүләт инспекторҙарын hәм «БР Аусылар hәм Балыҡсылар Ассоциацияһы» РОО белгестәрен йәлеп итеп, эшләгән маршруттар нигеҙендә, юлдан ситтә йөрөүҙең техник торошон тикшереүҙе ойошторорға күрһәтмә бирелде.

«Каргиҙәр» операцияһы техник ҡарау уҙмаған hәм төҙөк булмаған, кешеләр тормошона, әйләнә-тирә мөхитте һаҡлауға йоғонто яһай торған, билдәләнгән өлгөлө таныҡлығы булмаған заттар менән мотосаналар менән идара итеү осраҡтарына сик ҡуйыуға иҫәпләнгән.

— Техника төҙөк булырға тейеш, — тип белдерә Эдик Михайлович. —Техник ҡарау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф янай. Ҡабат боҙған осраҡта, транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан өс айҙан алты айға ҡәҙәр мәхрүм итәсәкбеҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: