Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 12:33

Өфөлә һәм башҡа миллионлы ҡалаларҙа айҙың иң ҡиммәтле вакансиялары аталды

Superjob порталы Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә иң ҡиммәтле биш вакансия исемлеген баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостандың баш ҡалаһында иң төшөмлө эш — стоматология клиникаһында баш табип, айына кәм тигәндә 120 мең һум.

Өфөлә һатыу өлкәһендә коммерция директоры ай һайын 100-120 мең һумға иҫәп тота ала.

Өсөнсө урында — энергетика өлкәһендә коммерция директоры өсөн тәҡдим — 80-120 мең һум.

Өфөлә ғинуарҙағы иң ҡиммәтле биш вакансия иҫәбенә консультант һәм системалы администратор ҙа инде. Уларҙың эше өсөн кәмендә 86 һәм 70 мең һум түләргә әҙерҙәр.

Ғәҙәттәгесә, эш эҙләүселәр өсөн иң шәп тәҡдимдәр буйынса лидер — Мәскәү. Бында табип-репродуктологка яҡынса 0,5 миллион һум түләргә әҙерҙәр.

Екатеринбургта хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәшсе эше 300 мең һумға баһалана.

Санкт-Петербургта маркетинг буйынса директор 200 мең һумдан кәм булмаған хеҙмәт хаҡына иҫәп тоторға хоҡуҡлы.

Һамарҙа финанс директоры урынбаҫары вазифаһын кәмендә 150 мең һумға баһаланылар.

Ҡазанда программист эше өсөн 100 мең һум түләргә әҙерҙәр. Силәбелә төбәк идарасыһы ошондай уҡ эш хаҡына дәғүә итә ала.

Түбәнге Новгородта металл эшкәртеүсе ҡорамал һатыу буйынса төбәк менеджеры вазифаһына дәғүә