Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2019, 15:49

Ауған ағас әҙерләргә рөхсәт ителә

2019 йылдың 1 ғинуарынан «РФ Урман кодексының 32 статьяһына үҙгәрештәр керетеү тураһында» Федераль закон үҙ көсөнә инде. Закон граждандарға үҙ ихтыяждары өсөн ауған ағас әҙерләргә рөхсәт итә.

Республика халҡынан әлеге законды ҡулланыу буйынса бихисап мөрәжәғәт килә. Шуға бәйле рәүештә, уларҙы иң борсоған һорауҙарға яуап бирергә кәрәк тип һанайым.

1. Нимә ул валежник?

Валежник ул — ерҙә ятыусы, елдән, ҡар ауырлығынан, ҡороуҙан hәм ауырыуҙар менән зарарланып ауған ағас.

2. Ауған ағас әҙерләү өсөн кемдән рөхсәт алырға кәрәк?

Ауған ағас әҙерләүгә рөхсәт алырға кәрәкмәй.

3. Урманға валежник әҙерләү өсөн балта hәм бысҡы алып барырға яраймы?

Эйе, ярай, шул иҫәптән бензин бысҡыһын да. Бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ, сөнки ятҡан ағасты ташыу өсөн өлөштәргә бүлeргә кәрәк.

4. Йылдың теләһә ниндәй ваҡытында ауған ағас әҙерләргә була?

Ауған ағастарҙы йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында, айырым янғынға ҡаршы осорҙа урмандарға барыу тыйылған осраҡтарҙан тыш, әҙерләргә мөмкин.

5. Ҡайһы урмандарҙа ауған ағастарҙы әҙерләргә рөхсәт ителә?

Уны, урман ултыртыу урындарынан, элек әҙерләнгән ағасты туплау урындарынан тыш, барлыҡ урмандарҙа ла әҙерләргә мөмкин.

БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан 2018 йылдыың 26 декабрендә үҙенең территориаль бүлектәренә ебәрелгән 03/9251 хаты юҡҡа сығарылған hәм ҡулланылмай. Унда урман һаҡлау органдарына хәбәр итеү hәм ауған ағас әҙерләү өсөн рөхсәт алыу кәрәклеге тураһында күрһәтмә бирелгәйне. Әлеге ваҡытта министрлыҡ тарафынан законды ҡулланыу буйынса яңы хат ебәрелгән. 12 ғинуарҙа БР Урман хужалығы министры hәм уның урынбаҫарҙары менән осрашҡанда, уның менән ошо мәсьәләләр буйынса килешеү төҙөлдө.

Урманға килyселәрҙең тере ағастар hәм ҡыуаҡтарҙы киҫмәү, үҫентеләргә зыян килтермәү, шулай уҡ урмандағы валежник ботаҡтарын ҡалдырмауҙарын һорайым — улар урманды сүпләй hәм янғын хәүефе тыуҙыра.

Тере ағастарҙы киҫкән өсөн административ hәм, ҡайһы бер осраҡтарҙа килтерелгән зыянға бәйле, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған..

Закон, айырыуса, ауыл халҡына кәрәк, тип һанайым, сөнки ауған ағас хужалыҡта утын булараҡ, бағана hәм башҡа кәрeк-яраҡтарҙы алыштырыу өсөн дә ҡулланыла ала. Әлеге законды үтәү буйынса ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килгәндә, миңә Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса хәбәр итеүегеҙҙе һорайым.

Зариф Закир улы Байғусҡаров, Рәсәй Федерацияһы Федераль Собраниеһы Дәүләт Думаһы депутаты.
Читайте нас: