Теләһә ҡайһы ауылда бөгөн йәштәр темаһы актуаль. Йәштәр ауыл ерендә үҙҙәрен уңайлы хис итһен hәм ҡалаға китмәһен өсөн тәү сиратта нимә эшлeргә кәрәк?
— Сухоречка ауылы йәштәренең проблемалары менән 2008 йылдан бирле шөғөлләнәм, — ти ауыл Советы биләмәһенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Эльвира Тикшаева. — Ул ваҡытта мин муниципаль хеҙмәттең икенсе категориялы инспекторы булып эшләй инем. Тик заманалар үҙгәрҙе. 2011 йылдан «Вектор» Йәштәр үҙәгенә урындағы ауыл Советы ҡаршыһындағы йәштәр менән эшләү буйынса белгес итеп тәғәйeнләнеләр. Кем әйтмешләй, ҡушылыусыларҙың урынын алыштырғандан, сумма үҙгәрмәй. Шулай уҡ беҙҙә лә — биләгән вазифаның исеме үҙгәрҙе, ә эштең маҡсаттары hәм бурыстары элеккесә ҡалды. Кем эшләргә теләй, улар өсөн бар ерҙә лә эш етeрлек. Миңә ауыл биләмәһенең йәштәр саралары үҙәгендә булыу оҡшай.
Эльвира Илдус ҡыҙы ауыл йәштәре, студенттар, урындағы мәктәп уҡыусылары, йәш ғаиләләр менән дә уртаҡ тел таба. Имен булмаған ғаиләләр hәм ауыр холоҡло үҫмерҙәр менән профилактик эш алып барыу, спорт-мәҙәни ярыштар ойоштороу, йыл һайын волейбол турнирҙары hәм календарҙың барлыҡ иҫтәлекле hәм байрам даталарына смотр-конкурстар үткәреү ҙә — уның өҫтөндә.
— Уҙған йыл республика йәштәренең волонтерлыҡ хәрәкәтенә актив ҡушылыуыбыҙ айырыуса иҫтә ҡалды, — тип дауам итә Эльвира Тикшаева. — Быға башланғысты, hис шикһеҙ, футбол буйынса дoнья чемпионаты бирҙе. Ә Сухоречка йәштәре волейбол уйнарға ярата. Йыл һайын беҙ Советлар Союзы Геройы Константин Ефимович Парамонов иҫтәлегенә волейбол турниры үткәрәбеҙ. Волонтерлыҡ, актив йәшәү рәүеше hәм илдең социаль мөhим эштәренең беренсе рәттәрендә булыу теләге минең өсөн яңы, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булды. Беҙ һау-сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәр араһында наркомания, алкоголизмды профилактикалау өлкәһендә төрлө конкурс номинацияларында ҡатнашып, БР волонтерлыҡ хәрәкәтенә ҡушылдыҡ.
Эльвира Тикшаеваның эшен бирелеп башҡарыуы һөҙөмтәле булды. Йәштәр менән эшләү hәм Сухоречка ауыл Советы ауыл биләмәһе белгестәре араһында 2018 йылғы йомғаҡлау рейтингында волонтерлыҡ хәрәкәтендә ул иң яҡшылар рәтендә булды hәм республикала өсөнсө урынды яуланы. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте hәм спорт министры Руслан Хәбибов Сухоречканың йәш лидерын Рәхмәт хаты hәм принтер менән бүләкләне.
— Миңә ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, урындағы урта мәктәптең актив ирекмәндәре һәр саҡ ярҙам итә, — ти ауыл Советының 27-се саҡырылыш депутаты Эльвира Илдус ҡыҙы. — Тормош иптәшем Вячеслав Николаевичтың ярҙамын да даими тоям. Әлбиттә, уның да эше мәшәҡәтле. Ул — полицияның участок уполномоченыйы. Икебеҙҙең дә нормаға һалынмаған эш көнө. Ике улыбыҙ — Марк менән Кирилды тәрбиәләйбеҙ. Ҡул эштәре — сигеү һәм сәйләндән төрлө әйберҙәр үреү өсөн ваҡыт табам, ауыл Мәҙәниәт йортоноң «Ромашка» вокаль ансамбле сығыштарын ҡалдырмаҫҡа тырышам.
Фото Эльвира Тикшаеваның шәхси архивынан.