Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2019, 13:07

“Башҡорт халҡының үсеш стратегияһы” әҙерләнә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”н төҙөүҙә ҡатнашырға саҡыра. Документ проектын иҗтимағи ойошма Башҡортостан ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан үткәреләсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезына әҙерләй. Ҡоролтай халыҡҡа мөрәҗәғәт ҡабул итте.

“Хөрмәтле йәмәғәт!

Милләттебеҙҙең киләсәген 20, бәлки 50 йылдан һуң ниндәй итеп күҙаллайһығыҙ? Халыҡ иҫәбе артырмы, кәмерме? Тыуған телебеҙҙә һөйләшеүселәр һаны ниндәй булыр?

Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсен бөгөндән ең һыҙғанып тотонайыҡ! “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”н бергәләп төҙөйөк! Милләтебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда.

“Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” проектын халҡыбыҙҙың ҙур йыйыны – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләү мөһим. Документтың нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөш механизмын эксперттар менән бергә ябай халыҡ та билдәләй ала.

Халыҡтан тәҡдимдәр йыйыу, милләт киләсәген хәл итәсәк документты бергәләп төҙөү өсөн махсус сайт асылды: http://strategy.bashkort.org/ Унда Стратегия һәм уның проектын эшләү барышы тураһында мәғлүмәт ҡуйыла. Тәҡдимдәрҙе сайтҡа халыҡ үҙе керетә.

Уй-фекерҙәрҙе, шулай уҡ, Ҡоролтайҙың “Вконтакте” социаль селтәрендәге рәсми битендә (https://vk.com/ik_vkb) ҡалдырырға мөмкин”.
Читайте нас: