Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 13:40

Иғтибар - конкурс! (Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата)

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! «Дим буйҙары» гәзите Республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр араһында ижади эштәр (шиғыр, мәҡәлә) бәйгеһе иғлан итә.

Конкурстың маҡсаты: туған телен, туған әҙәбиәтте пропагандалау, йәш быуында патриотик рух уятыу, үҫтереү; тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, Башҡортостан тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҙ-ара татыу көн иткән халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи йолаларына хөрмәт һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу, һәләттәрҙе асыҡлау.

Ижади эштәргә килгәндә, улар районыбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте, хеҙмәт алдынғылары, уңған кешеләре, дан ғаиләләр, халыҡтар дуҫлығы, көнкүреше һ.б. хаҡында булырға мөмкин.

Конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Конкурсҡа тип әҙерләнгән мәҡәләрҙе Бишбүләк ауылы, Совет урамы, 31; йәки түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: [email protected] адрестары бу¬йынса ебәрергә мөмкин. Ижади әҫәрҙәр «Дим буйҙары» гәзитендә баҫыласаҡ.

Иҫкәрмә: ижади эштәр 14-се шрифт менән яҙылырға, 3 биттән артмаҫҡа тейеш. Эштәр март аҙағына тиклем ҡабул ителә.

Иғтибарға лайыҡлы эштәр баһаланасаҡ.

Конкурсҡа рәхим итегеҙ!
Читайте нас: