Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2019, 17:46

Урам эттәре проблемаһы йәки хужаһыҙ хайуандар

2018 йылдың декабрендә РФ Дәүләт Думаһы “Хайуандар менән яуаплы эш итеү тураһында” закон ҡабул итте. Закон тулыһынса 2020 йылдың 1 ғинуарнынан үҙ көсөнә инә. Законда хайуандарҙың нисек тотолорға, улар өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылырға тейешлеге, хайуандар менән нисек мөрәжәғәт итергә ярамағанлығы тураһында ентекләп яҙылған.

Кешеләр менән хайуандар араһындағы мөнәсәбәттәр һәм уларҙы ҡанһыҙлыҡтан яҡлау буйынса эт һәм бесәйҙәр проблемаһы киҫкен булып ҡала. Закон нигеҙендә йортһоҙ, һуҡбай, ҡараусыһыҙ бесәйҙәр хәҙер “хужаһыҙ хайуандар” тип атала - улар хужаһыҙ йәки хужаһы билдәһеҙ хайуандар.

- Тәжрибә күрһәткәнсә, урам эттәре бик аҙ, ғәҙәттә, тораҡ пункттар урамдарында ҡаралған һәм муйынсаҡлы йорт хайуандары осрай. Был эттең хужаһы булыуы тураһында һөйләй, тик ниндәйҙер сәбәп арҡаһында, хайуан иректә йөрөй, - тип аңлатма бирә район ветеринария станцияһы начальнигы Радмир Фәйзуханов. – Төрлө сетерекле хәлдәр булмаһын өсөн барлыҡ граждандарҙы эттәрен бәйҙә тоторға саҡырам. Закон барлығын онотмағыҙ.

Хужаһыҙ эттәр урам буйында йөрөүен күрһәгеҙ, ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хайуандар хужалары тарафынан закон талаптарын боҙоу асыҡланған осраҡта, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эштәр ҡаралып тикшереләсәк һәм уларҙы булдырмау буйынса саралар күреләсәк. Башҡортостандың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шигапова фекеренсә, Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән хайуандарҙы яҡлау тарһындағы закон уларҙы рәхимһеҙ мөғәләмәнән яҡларға ярҙам итәсәк һәм шул уҡ ваҡытта граждандарҙың именлеген тәьмин итәсәк.

Ирина Фомина.
Читайте нас: