Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2019, 13:59

Батырлыҡ өлгөһөндә

Хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә дөйөм оборона hәм спорт-һауыҡтырыу эштәре айлыҡтары ҙур роль уйнай

Бәләбәй ауыл хуҗалығын механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылы филиалында айлыҡ бик мауыҡтырғыс үтте. Уның сиктәрендә Ленинград блокадаһын өҙөүгә - 75 йыл тулыу, Сталинград һуғышында немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеү, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыу, Ҡыҙыл Армияның тыуған көнөнә бағышланған Батырлыҡ дәрестәре үткәрелде. Шулай уҡ Афғанстанда хәби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар В. Әхмәтйәнов, И. Кириллов, Р. Багишев менән осрашыуҙар булып үтте.

«Рәсәйгә хеҙмәт итәм!» шиғыр уҡыусылар конкурсында совет hәм хәҙерге Рәсәй авторҙарының шиғырҙары яңғыраны. «Батырлыҡ. Ҡаһарманлыҡ hәм намыҫ» тигән стена гәзиттәре, ҡул эштәрен сағылдырған «Хәрби техника парады» бәйгеһе үткәрелде, унда танктар, самолеттар, караптар hәм автомат макеттары тәҡдим ителде.

Етеҙлекте һәм таһыллыҡты һынаған «Йәгеҙ әле, егеттәр!» номинацияһында беренсе урынға III курс ҡыҙҙары командаһы сыҡты, улар строевой атлауҙа һәм йыр башҡарыуҙа теүәллек күрһәтте.

Спорт-һауыҡтыру сиктәрендә беҙҙең филиал hәм Бишбүләк 1-се урта мәктәбенең егеттәр командаһы араһында волейбол буйынса дуҫтарса матчтар булып үтте. Студенттар командаһы Бәләбәй ҡалаһында техникум директоры Т.Х. Бәхтиәров иҫтәлегенә бағышланған милли көрәш буйынса асыҡ турнирҙа ҡатнашты һәм унда өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Төрлө ярыштар менән үрелеп барған был айлыҡ «Уҡытыуҙа ауыр — көрәштә еңел!» тигән квест менән тамамланды. Дөйөм линейкала бәйгеләргә һәм hәм спорт сараларына йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Лилиана Ялалова,

Бәләбәй ауыл хужалығын механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылы филиалында тәрбиә эше өсөн яуаплы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: