Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
11 Марта 2019, 13:32
Ташҡын ҡурҡыныс булмаясаҡ
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һәр йылды яҙҙың көнүҙәк темаһы булған ташҡын мәсьәләһе лә күтәрелде.
Фараздар буйынса, республикала ташҡын күләме уртаса күпйыллыҡ күрһәткестәрҙән 10-15 процентҡа түбәнерәк буласаҡ. Өфөлә, Стәрлетамакта һәм Бөрөлә һыу баҫыу көтөлмәй. Ләкин дала йылғалары ҡурҡыныс тыуҙыра. Әйтәйек, Сибай тирәһендә ҡар ҡатламындағы һыу запасы норманан 76 процентҡа артығыраҡ. Ғөмүмән, Урал аръяғы башҡалаһы республикала был күрһәткес буйынса алда бара.
Башҡортостандың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау буйынса идараһы етәксеһе Вилора Горохольская белдереүенсә, йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы норманан 5-30 сантиметрға йоҡараҡ. Мартта уртаса температура башҡа йылдарҙағынан 2-3 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идараһы етәксеһе Марат Латипов һүҙҙәренсә, республикала һигеҙ йылғала автоматлаштырылған 14 гидропост ҡуйыласаҡ, улар һыу баҫыу ихтималы тураһында алдан киҫәтеп торасаҡ.
"Ҡыҙыл тан" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"