Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2019, 14:21

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында һуңғы ике тиҫтә йылда байтаҡ яҙылды. Башҡорт халҡының күп кенә арҙаҡлы улдары: Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Юныс Бикбов, Шәриф Манатов, Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Ғәлимйән Таған, Хафиз Ҡушаев, Сәғит Мерәҫов, Мөхәмәтхан Ҡулаев һәм башҡаларҙың яҡты исеме халыҡҡа ҡайтарылды. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, автономия өсөн көрәштә ҡатнашҡан, милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күп кенә эшмәкәрҙәрҙең исеме киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ҡала килә.

Башҡортостандың үҙәк дәүләт тарих һәм үҙәк дәүләт ижтимағи йәмәғәт берекмәләре архивтарында граждандар һуғышы осорондағы башҡорт ғәскәрҙәре тарихына ҡа­ғылышлы фондтарҙы өйрәнгән саҡта милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан шәхестәрҙең эшмәкәр­леген, биографияһын сағылдырған бик күп документтарҙы осраттым. Көтөлмәгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә осраны. Мәҫәлән, архив документтары башҡорттоң мәшһүр йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыуы тураһында бәйән итә. 1918 йылдағы Башҡорт хәрби шураһының фармандарында Ғәзиз Әлмөхәмәтов Ҡыпсаҡ кантонында ирекле башҡорт отрядын ойоштороусы булараҡ телгә алына.

Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә тағы ла бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәр тупларға насип булды. Мәҫә­лән, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрә­кәтен­дә төньяҡ-көнбайыш башҡорт­та­рының да әүҙем ҡатнашыуы, етәк­се вазифалар биләүе асыҡ­ланды. Шуларҙың береһе – Илдархан Мутин. Тыумышы менән Өфө губер­наһы Минзәлә өйәҙенең Үрге Таҡталасыҡ ауылынан (хәҙер был ауыл Татарстандың Аҡтаныш районына ҡарай). Гәрәй улысы старшиналары нәҫеленән, дворян. Автономия өсөн милли хәрәкәттең башынан йөрөй. 1917 йылдағы бөтөн башҡорт ҡорол­тайҙарында ла ҡатнаша. 1918 йылда Башҡорт хөкүмәтенең финанс министры, Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары вазифаларын башҡара.

Тағы бер милли хәрәкәт эшмә­кәре – Хәлим Әмиров. Тыумышы менән Артауыл исемле башҡорт ауылынан (хәҙерге Яңауыл районы). Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше. 1918 йылда Башҡорт хөкүмәтендә эшләй. 1919 йылда Петроградтағы башҡорт ғәскәр­ҙәрендә Башҡорт Республика­һының махсус вәкәләтлеһе (особоуполномоченный) була.

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Архив документтары автономия өсөн көрәштә милли интеллигенция ғына түгел, ә башҡорттоң бөтөн элитаһы ҡатнашҡанлығы тураһын­да һөйләй. Мәҫәлән, башҡорт дворяндарынан мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың улы юрист, адвокат Искәндәрбәк Солтанов 1918 йылда Башҡорт хөкүмәтенең хоҡуҡ бүлеген етәкләй, икенсе төрлө әйткәндә, юстиция министры була. Аҡтарҙың Себер хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып бара.

Милли хәрәкәттең географияһы ла бөтөн башҡорт ерҙәрен үҙ эсенә ала. Илдархан Мутин, Хәлим Әми­ров, Муллайән Халиҡов, Шәйех­зада Бабич төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорт­тарынан булһа, Харис Йома­ғолов, Яхъя Салихов – Һамар губер­наһынан, Сәғит Мерәҫов, Алла­бирҙе Йәғәфәров, Хәсән Әхмәров – Ырымбур яҡтарынан, Ғә­лимйән Таған, Сәйетгәрәй Мағазов – Ялан-Ҡатай (хәҙерге Ҡурған өлкәһе) башҡорттарынан, Нуриәғзәм Та­һиров, Хафиз Ҡуша­ев, Ғәбдел­хәй Иркәбаев, Ғәбделхаҡ Ғәбитов, Ғариф Мөхәмәтйәров иһә – Силәбе башҡорттарынан.

“Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында” тип аталған китабымда архив документтары, ғилми әҙәбиәт, хәтирәләргә таянып яҙылған матбуғат материалдары нигеҙендә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан илленән ашыу шәхестең эшмәкәрлеге һәм яҙмышы тураһында ҡыҫҡаса биографик очерк рәүешендә биографик мәғлүмәт туп­ла­нылған. Бында төп ба­ҫым уларҙың автономия өсөн көрәш осорондағы, йәғни 1917–1920 йылдар­ҙағы эшмәкәр­легенә яһала, арта­банғы тормоштары ҡыҫҡаса яҡтыртыла.

Халыҡҡа билдәле шәхестәр: Зәки Вәлиди, Шәриф Манатов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муса Мортазин, Юныс Бикбов, Харис Йома­ғолов һәм башҡалар хаҡында ла мәғлүмәт биреүҙе кәрәк тип таптым, сөнки улар тураһында өндәшмәй тороп, башҡалар хаҡында нимәлер әйтеүе ҡыйын. Шулай уҡ китапта Шәһит Хоҙайбирҙиндың да милли-хәрәкәт осорондағы эшмәкәр­леге тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән.

Башҡорт эшмәкәрҙәре ҡыҙыл­дар яғында йөрөһә лә, аҡтар яғында йөрөһә лә, уларҙың ниәте бер – башҡорт халҡына азатлыҡ, автономия яулау, Баш­ҡортостан дәү­ләт­селеген ойоштороу булған. Уларҙың байтағы ошо изге көрәш юлында йәнен фиҙа ҡылһа, ҡалған­дарының ғүмерен 30-сы йылдарҙың Сталин репрессияһы өҙә.

Бөгөн беҙ Баш­ҡортостан тигән республикала йәшәүебеҙ менән 1917 – 1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренә сикһеҙ бурыс­лыбыҙ. Ошо шәхестәрҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү – уларға булған бурысты ҡайтарыу. Милли хәрәкәт тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ил-азаматтарының исемдәрен баш ҡалабыҙ Өфөлә лә, уларҙың тыуған яҡтарында ла, район үҙәге һәм ауылдарҙа ла мәңгеләштереү шарт.

"Башҡортсотан" гәзитенән.
Читайте нас в