Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2019, 20:27

Ҡоролтай ҡор йыйҙы

2 апрелдә, К.Хәкимов исемендәге күп функциялы Дүсән мәҙәниәт йортонда, Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайының йыйыны булып үтте.

Ултырышта Бөтә донъя башкорттары ҡоролтайының V съезына әҙерлек һәм уның сиктәрендә "Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын" булдырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Конференцияла ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы уҡытыусылары, мәҙәниәт учреждениелары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек ветерандарынан 140 кеше, шул иҫәптән ауылдарҙан һайланып килгән 27 делегат ҡатнашты. Был сарала башҡорт милләтенән тыш, районыбыҙҙа эшләп килеүсе рустар соборы, сыуаш канашы, татар ойошмаларының да вәкилдәре бар ине, сөнки районыбыҙҙа төрлө милләт халыҡтары үҙ-ара татыу көн итә.

Йыйынға Ҡоролтай аппараты етәксеһе урынбаҫары Азамат Зиннур улы Сирбаев, шулай уҡ Бишбүләк ерендә бер нисә тапҡыр булған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, билдәле шағирә, актив йәмғиәт эшмәкәре Лариса Абдуллина килгәйне. Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙы, Аҙнай ауылынан “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алғандан һуң, барыһы ла мәҙәниәт йортоноң фойеһында яҡташыбыҙ, дипломат Кәрим Хәкимовҡа, Башҡортостандың 100-йыллығы уңайынан ҡуйылған стендтарҙы, ауыл оҫталарының ҡул эшләре күргәҙмәһен ҡараны.

Артабан район хакимиәтенең урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Мөхлис улы сараны асып һәм килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, конференцияла ҡатнашыусыларҙы эшлекле һөйләшеүгә саҡырҙы.

- Бөгөнгө ҡор эше Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының V съезына әҙерлек сиктәрендә үтә. Әлеге мөһим сара 2019 йылдың 28-29 июнендә Өфөлә үтә. Унда башҡорт телен һаҡлау, йәштәрҙең бөгөнгө хәле, матбуғат баҫмалары, ғаилә, әсәлек, балалык, демография кеүек һәр кемде борсоған мәсьәләләр ҡараласаҡ. Йыйындың икенсе көнө Ишембай районында уҙасаҡ. Торатау янында Ҙур Урал һабантуй ойоштороу күҙ уңында тотола. Ә беҙҙең бурыс - унда ҡатнашасаҡ лайыҡлы делегаттарҙы һайлау, - тине үҙенең сығышында Артур Мөхлис улы.

Көн тәртибенә ҡуйылған тема – «Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайының 2018 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау» буйынса район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Ришат Әхмәтшин сығыш яһаны. Үткән йылда башҡарылған эштәргә байҡау яһағандан һуң, ҡоролтайҙың эше ҡәнәғәтләнерлек, тип табылды.

Күптән түгел, беҙ Башҡортостандың 100-йыллығын билдәләп үттек. Был күркәм дата уңайынан билдәле тарихсы Нурислам Ҡалмантаев доклад менән сығыш яһаны һәм киләсәктә лә тарихыбыҙҙы өйрәнеп, ауыл, шәжәрә байрамдары уҙғарырға саҡырҙы. Шағирә, Ш.Бабич премияһы лауреаты Лариса Абдуллина иһә Бишбүләк еренә, уның халҡына, билдәле шәхестәренә ҡарата булған һоҡланыуын йәшерә алманы.

Артабанғы сығыштарға килгәндә, Ҡоролтай аппараты етәксеһе Азамат Сирбаев бөгөнгө көндә һәр кемде борсоған теманы яҡтыртты.

–“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы 9 класҡа тиклем туған телдә белем алырға хоҡуҡ бирә. Туған телдәр мотлаҡ өйрәнелергә тейешле уҡыу предметтары исемлегендә тора. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең туған телдәренә битараф булыуы ла, туған телдәрҙең былай ҙа көсөргәнешле хәлен тағын да ауырайта. Белеүебеҙсә, апрелдә I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы үтә, ул башҡорт теленең һәм уҡытыусыларының абруйын күтәрергә ярҙам итәсәк, – тине ул.

Азамат Зиннур улы шулай уҡ Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән яңы проект - “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” тураһында ла һөйләп үтте.

- Беҙ айырым сайт булдырҙыҡ. Стратегия уңышлы булһын өсөн, унда ябай кешеләрҙең дә ҡатнашыуы мөһим. Беҙ һеҙҙән апрель аҙағына тиклем мөрәжәғәттәр, тәҡдимдәр көтәбеҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың унда ҡатнашыуын һорайбыҙ, - тине ул.

Конференция барышында резолюция ҡабул ителде. Улар араһында бер нисә йүнәлештәр билдәләнде: район мәктәпләрендә башҡорт телен өйрәнеүгә ярҙам итеү, наркомания, эскеселеккә ҡаршы көрәш, кәсепселекте үҫтереү, Буҙан Смаковтың яҡты хәтерен тергеҙеү һ.б. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының V съезына Бишбүләк районынан ике делегат һайланды: Ришат Әхмәтшин һәм Әлфиә Уканеева.

Сара һуңында, Ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашкан, туған телде һаҡлау һәм үстереүгә тос өлөш индергән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, И. Әхмәтшин етәкселегендәге милли көрәш түңәрәгендә шөғөлләнеүсе бер төркөм үҫмерҙәргә, мәҙәниәтебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлауға өлөш индергән өлкән йәштәге апай-инәйҙәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаты һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотосы.
Читайте нас: