Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2019, 18:02

Илле ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Башҡортостанда 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документ 9 апрелдә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә Асҡын, Бөрө, Белорет, Благовещен, Бүздәк, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Шаран райондарынан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан әсәләр бар.

Республика наградаһы менән аҡсалата премия биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә тапшырыла. 1998 йылдан алып Башҡортостанда бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булды. 2019 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күләме 17 241 һум тәшкил итә.
Читайте нас: