Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2019, 00:07

Ғабдулла Туҡайға - һәйкәл

Татар яҙыусыһы, шағир, тәнҡитсе һәм тәржемәсе Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

«Һәйкәл асыу — ике туғандаш республика өсөн ҙур һәм мөһим ваҡиға. Хәҙер башҡорт һәм татар халҡының яңы дуҫлыҡ символы бар, — тине Радий Хәбиров. — Татарстандан килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙың да бөгөн беҙҙең менән ошо шатлыҡты бүлешеүе бик ҡыуаныслы. Ғабдулла Туҡай аҙ, ләкин сағыу ғүмер кисергән, беҙгә бай ижади мираҫ ҡалдырған. Уның ижады шул иҫәптән Башҡортостан менән дә бәйле. Ул башҡорт легендаларын һәм йырҙарын яратҡан, ә ике бөйөк шағир Ғабдулла Туҡай менән Мәжит Ғафуриҙың дуҫлығы ике туғандаш халыҡты тағы ла яҡынайтты. Башҡортостанда Туҡайҙы бик яраталар. Беҙҙең Республика Йорто бөйөк шағирҙың исемен йөрөткән урамда урынлашҡан. Йәғни Башҡортостандың төп урамы уның хөрмәтенә аталған. Бөгөн Туҡайҙың кире ҡайтыуы һәм мәңге Башҡортостанда булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостанға рәхим ит, бөйөк Туҡай!».


«Беҙ дуҫтарыбыҙҙы — Башҡортостан Республикаһын 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ, — тип сәләмләне йыйылыусыларҙы Рөстәм Миңлеханов. — Бөйөк Ғабдулла Туҡай татар халҡы өсөн генә түгел, бөтөн төрки халыҡтар өсөн күренекле шәхес. Мин республика, Өфө ҡалаһы етәкселенә, халҡығыҙға Туҡайҙың хәтерен мәңгеләштергән һәм ошондай матур урында — театр ҡаршыһында уға һәйкәл ҡуйған өсөн рәхмәт белдерәм».

Һәйкәл Мәскәүҙә ҡойолған. Бейеклеге өс метрҙан ашыу тәшкил итә. Туҡайҙы уң ҡулында – ҡаурый ҡәләм, ул әҙәби ижад һәм шиғриәт символын кәүҙәләндерә.


«Бөгөн әҙәби генә түгел, тарихи байрам да. Күп кенә башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары Ғабдулла Туҡайҙы үҙҙәренең уҡытыусыһы тип иҫәпләне, уның ижадында үҫте. Башҡорт ерендә, Өфөлә лә Туҡайға һәйкәл булырға тейеш ине. Беҙ был көндө көттөк, һәм, ниһайәт, ошо көн тыуҙы. Шуның өсөн мин республика етәкселегенә һәм йәмәғәтселеккә ҙур рәхмәт әйтәм», — тип билдәләне тантанала Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин.

Белешмә. Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡаев (1886-1913) — күренекле татар халыҡ шағиры, әҙәбиәт тәнҡитсеһе, публицист һәм тәржемәсе. Туҡай татар әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып халыҡтың ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт иткән. Башҡорт халыҡ ижадына ла оло ихтирам менән ҡараған: Уральск мәҙрәсәһендә шәкерт сағында уҡ татар йырҙары менән бер рәттән башҡорт йырҙарын да яҙып алған («Фатима», «Эстэрле», «Ағиҙел»), 1910 йылда Ҡазанда халыҡ әҙәбиәте тураһындағы лекцияла «Ашҡаҙар», «Тәфтиләү» йырҙарының тарихына һәм художестволы үҙенсәлектәренә иғтибар иткән. Шағир Өфөлә алған тәьҫораттарына таянып яҙған «Махсус мәҡәлә» очеркында башҡорт йырҙарына лайыҡлы баһа биргән.
Читайте нас: