Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2019, 15:44

Ветеринария таныҡлығын һорағыҙ

Карантин зонаһында бесәй һәм эттәр күргәҙмәләрен үткәреү, эттәрҙе йөрөтөү, йорт хайуандарын һатыу, шулай уҡ бесәй һәм эттәрҙе уның биләмәһенән сығарыу һәм уның сиктәрендә ҡырағай йәнлектәрҙе тотоу тыйыла.

Тейешле Указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Сикләү саралары Ғәйнә урамында шәхси хужалыҡ территорияһында үткәрелә. Сикләү саралары уларҙы рәсми рәүештә туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәнсе ғәмәлдә буласаҡ. Шуға бәйле рәүештә БР Ветеринария идараһына ауырыу килеп сығыу сәбәптәрен һәм сығанағын бөтөрөү буйынса саралар ойошторорға ҡушылды.

21 апрелдә ҡырағай йәнлектәрҙең береһе - бурһыҡ ауылға яҡынлашҡан һәм Ғәйнә урамы буйынса шәхси хужалыҡ ихатаһына үтеп ингән. Саҡырылмаған ҡунаҡ арҡаһында бер бала, өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ һәм һарайҙа бәйле торған үгеҙ тән йәрәхәттәре алған. Ярҙамға килгән күршеләре, йәнлеккә һәнәк менән ҡаҙай. Балаға һәм ҡатын-ҡыҙға медицина учреждениеларында дауалау вакцинациялары билдәләнгән. Бурһыҡтың кәүҙәһен ветеринария белгестәре килеп алған. Үгеҙгә ҡотороу ауырыуына ҡаршы прививка яһатылһа ла, хәүефһеҙлек маҡсатында иткә һуйылған. Ишек алдында һәм аҙбарҙа дезинфекция үткәрелгән. 22 апрелдән 24 апрелгә тиклем Уҫаҡ-Кисеү ауылында сиргә бирешеүсән барлыҡ мал-тыуарға, эттәргә һәм бесәйҙәргә ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинациялау үткәрелгән. Бар район буйынса көҙгө вакцинацияға эләкмәгән малдарҙы ҡотороу ауырыуына ҡаршы вакцинациялау башланды.

- Кешеләргә һаҡ булыу талап ителә. Беҙҙең район ҡотороу ауырыуы буйынса стационар имен булмаған зонаға инә. Был ҡотороу вирусы даими рәүештә ҡырағай тәбиғәттә әйләнештә тора, тигән һүҙ. Шуға күрә, теләһә ниндәй адекват тәртипһеҙ хайуан менән осрашҡанда, теләһә ниндәй тешләү булғанда, ветеринария йәки медицина хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, - ти район ветеринария станцияһы начальнигы Радмир Фәйзуханов. – Өҫтәп шуны әйтәм, халыҡ күпләп ҡош-ҡорт һатып ала башланы. Ҡош киҙеүе янау сәбәпле, ҡош-ҡорто һатыу өсөн рәсми урын Бишбүләк ауылы, Үҙәк урам, 33-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан. Ауылдарға йөрөп, машинанан билдәһеҙ ҡош-ҡорт һатып алмауығыҙҙы үтенәбеҙ. Бындай эшҡыуарҙарҙан уҙған йылда Татарстанға, Сыуашстанға ҡош киҙеүе индереледе, был иһә һуңынан ҡоштарҙы күпләп юҡ итеүгә килтерҙе. Һатыусыларҙан ҡош-ҡорт өсөн ветеринария таныҡлығы һорарға оялмағыҙ.

Ирина Михайлова.
Читайте нас: