Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Май 2019, 18:19

Күсмә медицина модуле халыҡҡа яҡыная

Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Бөтә райондарҙы үҙ эсенә алған проект тәүге тапҡыр тормошҡа ашырыла. Ул ауыл халҡына медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, тотош республикала бер үк ваҡытта Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйлап таралған 22 күсмә медицина модуле — биш автопоезд эшләй. Улар араһында Сәләмәтлек үҙәктәре һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, күсмә флюорографтар һәм маммографтар, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең күсмә диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле бар.

Акция барышында 24 меңдән ашыу кеше ҡаралған, уларҙың 370-е маммография һәм 7 меңдән күберәк кеше флюорография үткән.

Алтмыштан ашыу социаль әһәмиәтле сирҙәр табылған. Улар араһында — 10 яман шеш фаразы, 17 шәкәр диабеты, 23 юғары ҡан баҫымы, 2 туберкулез, киҫкен миокард инфаркты осрағы. Уларҙың бер өлөшө — артабан тикшереү үтергә, бер өлөшө стационарҙа дауаланыуға ебәрелгән.

Иң күп осраҡтар: тәүгә асыҡланған шәкәр диабеты (12 кеше) — Нефтекама маршруты буйынса, яман шеш (6 кеше) – Октябрьский маршруты буйынса, юғары ҡан баҫымы (14 кеше) — Стәрлетамаҡ маршруты буйынса.
Читайте нас: