Дим буйҙары
+22 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
23 Мая 2019, 11:59
Инвалид балалар һаны арта
Башҡортостанда 10 079 баланы тикшергәндән һуң 2 112-һе инвалид тип танылған. Өҫтәүенә уларҙың һаны 687 кешегә – 4,3% артҡан.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, бәлиғ булмағандарҙың инвалидлыҡ сирҙәре араһында тыумыштан аномалиялар, нервы системаһы ауырыуҙары, психик ҡаҡшау, эндокрин системаһы сирҙәре күберәк.
Чиновник «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» кәңәшмәһендәге докладында ҡыҙҙарҙың 61,1% һәм малайҙарҙың 38,9% беренсел инвалидлыҡ теркәлеүен дә билдәләне.
«Һаулыҡ һаҡлау министрлығында балалар үлеме осраҡтарын асыҡлау өсөн махсус комиссия ойошторолған, — тине Забелин. — Эш 17 йәшкә тиклем биш этапҡа бүленгән».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала сабыйҙарҙың үлеме артҡан – 1000 сабыйға 6,6 бала. Артымды тәү сиратта тыуым кимәленең кәмеүе һәм үлемдең тыуымдан юғары булыуы менән бәйләйҙәр.
Шуны билдәләп үтәйек: «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында «Балалар һаулығын үҫтереү» федераль проекты бар. 2024 йылға тиклем төбәктәр балаларға медицина яраҙмы күрһәткәндә уңайлы шарттар булдырырға, сабыйҙар үлемен 4,7-гә тиклем (100 иҫән-һау тыуған балаға) кәметергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"