Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Май 2019, 08:47

Шишмә һыуы – тереклек сығанағы

Алыҫ 80-се йылдарҙа Ҡунаҡҡол ауылында үҙәкләштерелгән һыуүткәргес цивилизацияның ысын байлығы һаналған – ул саҡта эсер һыу ҡоҙоҡта ғына булған.

Ваҡыт уҙыу менән быға шул тиклем өйрәнелгән, хатта һыу булмауын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Уңайлыҡты шулай булырға тейеш, тип ҡабул итеп, ҡағиҙә булараҡ, ул турала уйланмайбыҙ. Әммә һуңғы йылдарҙа йәйгеһен, эҫе һауа торошо булғанда, баҡсааға һыу һибеү мәлендә, һыу килеү менән проблемалар булды. Ҡайһы бер йорттарҙа һалҡын булғанда һәм ямғырлы көндәрҙә генә аға ине. Шуға күрә ауыл халҡы йыйынында, өйҙәргә таҙа һыу килә торған Гөлөм шишмәһендә капиталь ремонт үткәреү тураһында һүҙ алып барылды.
- Һыу мәсьәләһен хәл итеү күптән тыуғайны инде, - ти йәмғиәт эштәрен ойоштороусы Фәнүз Әфләтүнов. – Инициатива Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Мирғәсим Сафиндан сыҡты. Һыуүткәргес 37 йыл элек сафҡа баҫҡан булған. Был ваҡыт эсендә 2009 йылда бер генә тапҡыр икенсе каптаж ғына ремонтланған. Ағас фундамент сергән, һәм етди ремонт талап итә ине. Беҙ техник яҡтан ауырлыҡтар булмауын аңлай инек, техника – үҙебеҙҙеке.
- Әле бына финанс мәсьәләһе бар. Әлеге эштең күләмиен баһалап, йыйылышта һәр йорттан меңәр һум аҡса йыйырға булдыҡ. Составында Фәнүр Әфләтүнов, Рауил Ғиззәтуллин, Вилмир Биктимеров һәм Әлшәй районы Ғәйниямаҡ ауылынан Азамат Шәрәфиевтан торған бригада йыйҙым. Беҙ 18 көн дауамында тейешле эштәрҙе башҡарҙыҡ. Серегән ағас конструкцияларҙы 20 метрлы тимер-бетон плиталарға алыштырҙыҡ, каптажды яңырттыҡ, шифер менән ҡапланыҡ. Төҙөлөш материалдарын алып ҡайтырға КамАз-ы менән Мискәт Фәйзуллин ярҙам итте. Биләмәне 310 метр ҡойма менән әйләндереп алдыҡ. Иретеп-йәбештереү эштәрен Азамат Шәрәфиев башҡарҙы. Барлыҡ ауыл халҡы исеменән егеттәргә ҙур рәхмәт белдерәм.
Аулы халҡы ремонттан һуң күп йылдар артабан һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителербеҙ. Тип өмөтләнә. Һүҙ ҙә юҡ, был ауыл халҡы тормош сифатының яҡшы күрһәткесе. Һәм, бәлки, тиҙҙән ҡунаҡҡолдар һыу менән тәьмин итеүгә бәйле уңайһыҙлыҡтар тураһында мәңгегә онотор.
Илшат Хәйретдинов,
Лиана Әфләтүнова фотоһы.
Читайте нас: