Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июнь 2019, 18:50

Тәҙрәләр асыҡ

Ошо көндәрҙә Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5-се йорт адресы буйынса ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн документ ҡабул итеү тәҙрәләре асылды.

Ошо көндәрҙә Өфөлә СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 30/5-се йорт адресы буйынса ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн документ ҡабул итеү тәҙрәләре асылды.

Сарала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткән күп функциялы үҙәк директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Арыҫланова, Башҡортостан буйынса “Росреестр” идаралығы етәксеһе Петр Клец, “Федераль кадастр палатаһы”ның Башҡортостан буйынса филиалы директоры урынбаҫары Юрий Гончарев ҡатнашты.

Бындай бизнес-тәҙрәләр булдырыу үрҙәге өс ойошманың төбәктең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу һәм бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторолдо. Эшҡыуарҙар һәм ойошмалар тапшырған документтар тиҙ арала ҡараласаҡ.

МФЦ хеҙмәткәрҙәре биш тәҙрәлә 158 төр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт буйынса документтар ҡабул итәсәк. Шул иҫәптән дәүләт кадастр иҫәбе, күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ теркәү, Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәт биреү һәм башҡалар.
Читайте нас: