Дим буйҙары
+15 °С
Ямғыр
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
19 Июнь 2019, 09:30
Иҫерек водителдәрҙе төрмә көтә
Владимир Путин эскән килеш рулгә ултырыусыларға язаны ҡатыландырҙы.
Яңы ҡағиҙәләр иҫерек водителдең башҡалар һаулығына ауыр зыян һалған өсөн 3 йылдан 7 йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм ителеүен күҙҙә тота (элек 4 йылға ҡәҙәр ине). Шул уҡ ваҡытта аварияла кеше һәләк булһа, водителгә 5-12 йыл (элек 2-7 йыл булған) яза срогы янай.
Закон, шулай уҡ, юл-транспорт ваҡиғаһында 2 йәиһә унан да күберәк кеше үлгән осраҡта, яза срогын 8-15 йыл тип билдәләй.
Апрелдә Президент кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәр өсөн яуаплылыҡты ҡәтғиләндереү тураһында законға ҡул ҡуйғайны. Бер кеше үлгән авария урынынан ҡасҡан кешегә яза - 7 йылға, ике йәиһә унан да күберәк кеше һәләк булғанда, 9 йылға тиклем арттырылды.
#владимирпутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июнь , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июнь , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июнь , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"