Дим буйҙары
+15 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
25 Июня 2019, 05:00
Сәләмәт булғың килһә – атла
“Ғүмергә 10 мең аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы илдең 150 ҡалаһы һәм ауылында үтәсәк. Ул Йәштәр көнөнә арнала.
Акция шәмбе көндө Өфөлә иртәнге сәғәт 10-да М. Ғафури исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында башланасаҡ. “Йәйәү йөрөү – һауығыуҙың алтын рецепты” тип иҫәпләй акцияны ойоштороусыларҙың береһе, академик Лео Бокерия.
Сараның маҡсаты аңлашылып тора – мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәйәү йөрөүгә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү. Акция башланыр алдынан белгестәр ҡатнашыусыларҙың йөрәк тибешен һәм ҡан баҫымын үлсәйәсәк. Ирекмәндәр иһә инструктаж үткәреп, дөрөҫ йөрөргә өйрәтәсәк. Артабан билдәле спортсылар менән дөйөм зарядка көтөлә. Флешмоб һәм эстафета тапшырыу ҙа шул уҡ көндө буласаҡ. Өфө эстафетаны – Нефтекама ҡалаһына, ә Башҡортостан Сыуаш Республикаһына тапшырасаҡ.
Акцияны Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова асасаҡ. Шулай уҡ унда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.
Сәләмәт булғың килһә – көнөнә кәмендә 10 мең аҙым яһарға кәрәк тип кәңәш итә белгестәр. Әйҙәгеҙ бергәләп акцияға ҡушылайыҡ һәм сәләмәт булайыҡ!
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"