Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
26 Июня 2019, 05:54
Республика Ҡоролтайында «ҡоро» һабантуйҙарға йомғаҡ яһалды
Башҡортостанда һабантуйҙарҙың төп өлөшө уҙҙы, быйылдан улар республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән хәмерһеҙ үткәрелде.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай спиртлы продукцияны көйләү тураһындағы законға тейешле төҙәтмәләр индерҙе. «Ҡоро» һабантуйҙарға тәүге йомғаҡ яһап, республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәмер һатыуҙан баш тартыу байрамдарҙың күңелле үтеүенә йоғонто яһамауын билдәләне.
«Унан тыш, Өфөлә, мәҫәлән, яңы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, һабантуй көнөндә Ҡала көнө һәм «Евразия йөрәге» фестивале киң ҡолас менән үтте, — тип яҙҙы Константин Толкачев «Фейсбук»тағы сәхифәһендә. — Республика халҡы яңы норманы ыңғай ҡабул итте. Ул хәүефһеҙлектә яҡшы сағылыш тапты. Һабантуй көндәрендә ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙар теркәлмәне. Бәлки, ошо тәжрибәне күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы башҡа байрамдарға, шул уҡ ҡалалар һәм ауылдар көндәренә таратыу тураһында ла уйларбыҙ».
Дәүләт Йыйылышы рәйесе 27 июнь – Йәштәр көнө лә хәмерһеҙ үтәсәген иҫкә төшөрҙө. Башҡортостанда шулай уҡ Белем көнөндә, Һуңғы ҡыңғырау байрамында һәм көн һайын киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"