Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Июль 2019, 20:22

Тарих аша киләсәкте хәстәрләп

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Тарих һәм башҡортлоҡ" секцияһы, исеменән үк аңлашылыуынса, республикабыҙҙың билдәле тарихсыларын, ғалимдарҙы, эксперттарҙы берләштерҙе.

Ырымбур, Силәбе өлкәләренән дә сығыш яһаусылар, тәҡдим индереүселәр булды. Бынан тыш уның эшендә Голландия, Чехия, Швеция вәкилдәре лә ҡатнашты.

Секцияның модераторҙары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Азат Баҙранов, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директоры, тарих фәндәре кандидаты, доцент Әминә Уразова һәм БДУ-ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институтының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев булды.

Делегаттарҙы Башҡорт дәүләт университетының баш ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов сәләмләне. Ул барыһына ла уңышлы эш теләне, бер ни тиклем тарихҡа байҡау яһап үтте.

Секция ултырышында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашырға теләүселәр бихисап булды. Шуныһын билдәләргә кәрәк, сығыш яһаусылар Башҡортостандың тарихына ғына туҡталып ҡалманы, ә тап тарих аша бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ тураһында фекер йөрөттө һәм төрлө тәҡдимдәрен индерҙе. “Заманса сәйәси аң нигеҙе булараҡ башҡорттар тарихы”, “Башҡорт халҡын туплау һәм үҫтереү факторы булараҡ тарихи Башҡортостан”, “Башҡортлоҡ формалашыуында тарихи фәндең роле”, “Милли тупланыу сиктәрендә башҡортлоҡ үҙаңы проблемалары” кеүек сығыштар быға дәлил ине.

Бынан тыш Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған, был датаны үткәреү, шәхестәр исемдәрен мәңгеләштереү, республикабыҙ тарихын кино һәм киң мәғлүмәт сараларында сағылдырыу темаһына ла ҙур ғына иғтибар бирелде.

Тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин республиканың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы тарихи шәхестәрҙе мәңгеләштереү тураһында һөйләне. Эйе, был йәһәттән төбәгебеҙҙә бик күп эш башҡарылды, байтаҡ яңы шәхес исеме ҡайтарылды, билдәле булғандарына һәйкәлдәр, таҡтаташтар асылды, китаптар һәм ғилми эштәр яҙылды. Райондарҙа ла бик күп саралар үткәрелде.

Әйткәндәй, секция эшендә Голландия вәкиле Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Голландияла башҡорт хәрби кешеһенә ҡуйылған һәйкәл тураһында һөйләне. Бик матур һәм сифатлы итеп башҡарылған композицияны ул видео аша күрһәтте, һәм уны рәсми асыуға республика етәкселеген саҡырҙы.

Эйе, секция тарихҡа арналһа ла, унда ҡатнашыусылар киләсәккә ҡарап йәшәүен тағы бер тапҡыр дәлилләне. Халҡыбыҙҙың героик тарихын заманса мәғлүмәти-коммуникацион технологияларҙа ҡулланыу мәсьәләһенә туҡталды тарихсылар. Ултырышта “Зәрҡум” мәҙәни-мәғариф проектының исем туйын үткәреү ошо эштең бер башланғысы ине.

Бер һүҙ менән әйткәндә, секция ултырышы бик йәнле үтте, фәһемле һәм мәғлүмәтле темалар күтәрелде.
Читайте нас: