Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Июль 2019, 13:53

Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ

Йәйге каникулдар мәле әле. Балалар рәхәтләнеп йоҡо туйҙыра, ял итә, уйнай, һыу инә...

Тик шатлыҡлы миҙгелдең хәүефле яғы ла бар: атай-әсәйҙәрҙең күбеһе эштә, ауылға ебәрергә бөтәһенең дә өләсәй-олатаһы юҡ. Шул арҡала күпселек балалар яңғыҙы өйҙә ҡалырға, урам ҡыҙырырға мәжбүр. Ошо мәлдә уяулыҡты юғалтмау, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим.

«Беҙ бәләкәй саҡта телефон да, интернет та булманы, атай-әсәй көнө буйы ҡырҙа эштә, нимә ҡыланһаҡ та, бирешмәнек әле», — тип ҡул һелтәүселәр ҙә табылыр. Әммә һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар тигәнде онотмайыҡ, сөнки статистика аяуһыҙ ысынбарлыҡты асып һала.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар юғала, хатта бер нисә минут араһында һыуға батҡандай юҡҡа сыға: берәү мәктәпкә барып етмәй, икенсеһе яҡындағы урманда, йырында уйнап киләм тигән еренән ҡайтмай, өсөнсөһө өйҙән ҡаса...

«Лиза Алерт» эҙәрмәндәр отряды мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йылда бала юғалыуы тураһында ил буйынса 1060 мөрә-жәғәт булған, шуларҙың 943-ө имен-һау табылып, ата-әсәһенә ҡайтарылған, 72-һе һәләк булған, 45-е — хәбәрһеҙ юғалған.

Эске эштәр министрлығы биргән һандар тағы ла аяныслыраҡ: Рәсәйҙә йыл һайын 15 меңдән ашыу бала юғала.

Сабыйҙар хәйләһеҙ, улар яман менән яҡшы кешене айырыу һәләтенә эйә түгел. Кемдер бесәй, кәнфит йә туңдырма күрһәтһә лә, эйәреп китеүҙәре ихтимал. Быны күп һанлы социаль эксперименттар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, эҙәрмәндәр төркөмө, балаларҙы һынау өсөн, тамаша барған залға индереп ултырта һәм һәр береһенә бинанан таныш булмаған кешегә эйәреп сыҡмаҫҡа тигән ҡәтғи талап ҡуя. Тик координаторҙар бала эргәһенә килеп, «урамға сыҡ әле, әсәйең саҡыра» тиеү менән барыһы ла ҡуйылған талапты онотоп, шул таныш булмаған ағайға йә апайға эйәрә. Бары бер генә бала, юҡ мин бер ҡайҙа ла бармайым, тип урынында ҡала! Тимәк, өйҙә йәки ҡапҡа эсендә, подъезд алдында уйнап ҡалған балабыҙға «Мин эштән (магазиндан һ.б) ҡайтҡансы берәү менән дә һөйләшмә, бер кемгә лә эйәрмә» тип әйтеү файҙаһыҙ?! Шуға күрә, нисек кенә ауыр яңғырамаһын — бәләкәстәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Түбәндәге осраҡтарҙы уҡығыҙ, ул сабыйҙарҙың әсәләре әле булһа төн йоҡоларын йоҡламай өмөт итә, көтә...
Читайте нас: