Еңеүселәр араһында беҙҙең республика ла бар, һөҙөмтәлә ул федераль бюджеттан субсидия аласаҡ субъекттар исемлегенә инде.
Башҡортостанда был суммаға өс йыл эсендә һанлы һәм гуманитар йүнәлешле 133 “Үҫеш нөктәһе”, туғыҙ “IT-куб” белем биреү үҙәктәре; һөнәри әҙерлек үҙәге; өс “Кванториум” мобиль технопаркы; педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ камиллаштырыу маҡсатында өс үҙәк; педагогтарҙың квалификацияһын, һөнәри оҫталығын баһалау үҙәге булдырыласаҡ.
Федераль проектҡа ярашлы, еңелләштерелгән программа буйынса эшмәкәрлек алып барған туғыҙ белем биреү ойошмаһының матди-техник базаһын яңыртыу, шулай уҡ 690 мәктәпкә һәм колледждарға һанлы белем биреүҙең маҡсатлы моделен индереү планлаштырыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан