Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2019, 15:00

Беҙ хәҙер һалдаттар

Яҙғы сағырылыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 4191 кеше армия хеҙмәтенән азат ителгән, 254-һе хеҙмeткә яраҡһыҙ, тип табылған. Был хаҡта Башҡортостан хәрби комиссары Игорь Харченко хәбәр итә.

69 саҡырылыш комиссияһы тикшереүенә 20483 кеше саҡырылған, 20426 кеше килгән. Шуларҙың 14217-һе хәрби хеҙмәт yтeргә яраҡлы, тип табылған. Сикләүҙәр менән — 3935 кеше. Игорь Харченко хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы ағзалары тап булған проблемаларҙы билдәләп үтте. Был, айырым алғанда, машина йөрөтөүселәрҙе әҙерләүҙең түбән сифаты: хәрби комиссар һүҙҙәренә ҡарағанда, курсанттарҙың 10 проценты ғына машина йөрөтөү буйынса имтиханды тәү тапҡырҙан тапшырған. Менингит hәм пневмококк инфекцияһынан вакциналар етмәү күҙәтелгән. Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министры вазифаларын башҡарыусы Максим Забелинға әлеге мәсьәләне көҙгө саҡырылышҡа ыңғай хәл итеүҙе йөкмәткән.

Республика хәрби комиссариаты БР Хөкyмәтендә граждандарҙы ғәмәлдә булған хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш кампанияһын үткәреү тураһында отчет тапшырҙы. Ағымдағы йылдың 1 апреленән башлап, республика район хәрби комиссариаттарының саҡырылыш комиссиялары тарафынан илдең именлеген тәьмин итеү өсөн яңы хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлау буйынса ҙур hәм яуаплы эш башҡарылды. Беҙҙең райондан хәрби хеҙмәт үтеү өсөн хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшендәге 43 граждан ебәрелде. Республика йыйыу пунктына яңы саҡырылыусы һалдаттарҙы беренсе ебәреү 13 июндә, ә һуңғыһы 8 июлдә булды. Уларҙың 27-һе РФ Ҡораллы Көстәрҙең ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Хәрби-Диңгеҙ флотының хәрби часттарын, Стратегик билдәләнештәге ракета ғәскәрҙәрен һәм Һауа-десант ғәскәрҙәрен берәр егет тулыландыра. Дyртеһе Хәрби космик көстәрҙә, ә өсөһө Тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе башлаған. Алтыһы РФ Оборона министрлығының yҙәк буйһыныуында хеҙмәт итә. Дөйөм һандан армияға ҡәҙәр һигеҙ кешенең «С» категориялы машина йөрөтөү таныҡлығы булған инде. Беҙҙең яҡташтарыбыҙҙы бүлеү географияһы барлыҡ ил буйлап таралған: Ырымбур, Сибәркүл, Тоцкий, Владивосток, Бикин, Хабаровск, Улан-Удэ h.б. Уҙғган йылғы яҙғы саҡырылыштан беҙҙең райондан 41 һалдат hәм матростың кyпселеге запасҡа киткән heм физик яҡтан нығып hәм өлкәнәйеп ҡайтҡан. Туғандары hәм яҡындары тағын биш дембелдең ҡайтыуын көтә.

Владимир СМОЛОВ.
Читайте нас: