Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
14 Августа 2019, 08:33
Иҫке автомобилде сүплеккәме?
Рәсәй Дәүләт Думаһының Сәнәғәт буйынса комитеты иҫке транспорт сараларын ҡулланыуҙы тыйырға тәҡдим иткән. Был тәҡдим илдең Транспорт, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтарына ебәрелгән.
Һүҙ шәхси йәки коммерциялы автомобилдәр хаҡында барамы; иҫке автомобиль хужаларына ниндәй санкциялар ҡулланыласағы әлегә мәғлүм түгел.
“Ҡорос ат”тарҙы етештереүселәр иһә депутаттарҙың башланғысын хуплаған. Шул уҡ ваҡытта, белгестәр транспорт сараһы ҡулланыуҙан “иҡтисади, техник һәм ойоштороу саралары ярҙамында сығарылырға, шулай уҡ, кешеләрҙе яңы, экологик яҡтан таҙа транспорт сараһы һатып алыуға дәртләндерергә тейеш”.
Әйткәндәй, бындай идеялар Рәсәйҙә быға тиклем дә яңғырағаны бар, тик ҡануни яҡтан нығытылмаған. Бер генә үҙенсәлек: Закон буйынса, 2020 йылдан балаларҙы ун йылдан артығыраҡ ҡулланылған автобустарҙа йөрөтөү тыйыла.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"