Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Август 2019, 15:24

Автобус паркы яңыртыла

9 августа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башавтотранс» ДУП паркына ҡапа hәм ҡала яны маршруттарына хеҙмәт кyрһәтеү өсөн яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы.

Икенсе көндө үк, 10 августа, улар беренсе рейстарына сыҡты hәм көн һайын Бишбүләк — Өфө маршруты буйынса пассажир ташый. Кyп кенә район халҡы, республика баш ҡалаһына барып, яңы автобустарны баһаланы ла инде hәм бындай бyләк өсөн рәхмәтлеләр: уңайлы, таҙа. — Автобустар пассажирҙар өсөн максималь хәүфһеҙ hәм уңайлы, ГЛОНАСС юлдаш авигацияһы системаһы, тахограф, электрон рейс кyрһәткестәре менән йыhазландырылған, йомшаҡ ултырғыслы 17 урын салонында ултырғыстар көйләнә, — тип һөйләй «Башавтотранс» ДУП-ының Бәләбәй АТП филиалы Бишбyләк колоннаһы механигы Минебай Хисаметдинов. — Яңы автобустарҙы бында ун йылдан артыҡ эшләүсе Владимир Колпаков менән Фаил Насировҡа ышанып тапшырҙыҡ. Сөнки беҙҙең эштең төп өлөшө — пассажирҙар именлеген тәьмин итеy. 13.00 сәғәттә китеyсе Бишбүләк — Өфө рейсы күптән тyгел туҡтаталғайны. Хәҙер уны яңырттыҡ, өҫтәүенә автобус Раевка ауылы автовокзалына да керә. Шаршамбы көндө әлеге рейсҡа алты билет һатып алынған. Пассажирҙар, hәр ваҡыттағыса, билдәләнгән ваҡыттан аҙ ғына иртәрәк килгән. Һөйләшеп киттек. — Атай-әсәйем янына Бишбүләккә йыш ҡайтам, — тип һөйләй Өфөлә йәшәүсе Римма. — «Башавтотранс» автобустарында йөрөүҙе ҡулай күрәм, былай ышаныслыраҡ. Валентина Өфөлә эшләй, ял hәм байрамдарға Бишбyләккә ҡайта. Теге hәм был яҡҡа билеттарҙы hәр ваҡыт алдан һатып ала. — Билет бар, шуға күрә, hис шикһеҙ, барып етәсәгемә ышаныс бар, мине торғоҙоп ҡалдырмаҫтар, — ти ханым. Ирина Бишбүләктә тыуып-үҫкән, хәҙер төньяҡта йәшәй. Ата-әсәһе янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. — Ошо көндәрҙә Өфө аэропортына килдек, унан һуң Бишбүләккә ҡәҙәр «Башавтотранс» автобусында ҡайттыҡ. Автобустың яңы, таҙа булыуына ғәжәпләндек. Бик уңайлы ҡайттыҡ. Машина йөрөтөүсе юл буйы тиҙлек режимын үтәне, был бик мөhим. Хәҙер автобус менән Өфөгә туғандарыма ҡунаҡҡа барып ҡайтырға булдым. Минеңсә, осраҡлы машина йөрөтөүселәргә yҙ ғүмерҙәрен ышанып тапшырырға кәрeкмәй. Автовокзалдан автовокзалға тиклем барып етәм, тип ышанам. Бына шофер рейс алдынан үтә торған медицина тикшеренеүе уҙған, автобусҡа яғыулыҡ һалған, пассажирҙар автобус салонында уңайлы урынлашты hәм билдәләнгән ваҡытта юлға ҡуҙғалды. Хәйерле юл!

Ирина ФОМИНА.

Автор фотоһы. «Башавтотранс» ГУП филиалы Бeлeбeй АТП колоннасына Бишбүләк — Октябрьский, Бишбүләк — Өфө маршруттарына машина йөрөтөүсе талап ителә. Дәүләт предприятиеһы, шуға кyрә тулы социаль пакет ҡаралған, хеҙмәт хаҡы 30 мең һумдан башлана
Читайте нас: