Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2019, 19:52

Ҡатындарға ҡайҙа эшләргә ярамай?

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы гүзәл заттарға эшләү тыйылған хәүефле һәм зыянлы һөнәрҙәрҙең исемлеген билдәләне.

Элек документта ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 456 һөнәр ябыҡ булһа, яңы норматив ни бары 100 шөғөлдө генә иҫәпкә алған. Шулай итеп, хәҙер гүзәл зат, теләге булһа, алыҫ араларға машина йөрөтөүсе, электр поезы йөрөтөүсе, автомобиль ремонтлаусы слесарь, ауыл хужалығында машинист-тракторсы һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса эшләй ала. Төҙөлөш тармағына ҡағылышлы тыйыуҙар ҙа бөтөрөлгән.

Билдәле булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар йәлеп ителә алмаған эштәрҙең исемлеге “Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау” һәм “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге хаҡында” федераль закондары менән көйләнә. Ошонан сығып, эш зонаһындағы һауала химик элементтар булыуы-булмауы, ҡатындың репродуктив сәләмәтлегенә зыян килтергән ғәмәлдәр иҫәпкә алына. Шул уҡ ваҡытта, эш биреүсе тейешле шарттар булдырһа, гүзәл затты эшкә ҡабул итеүе ихтимал.

Элеккесә ҡатын-ҡыҙҙар химик етештереүҙә, ер аҫты һәм тау эштәрендә, металл эшкәртеүҙә, скважиналар быраулауҙа ҡатнаша алмай. Шулай уҡ янғын һүндереүсе, водолаз, йөк тейәүсе булырға ла ярамай.

“Роструд” мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 300 меңдән алып 2,2 миллионғаса зыянлы эш урыны бар. Билдәле йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт ведомстволары ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын сикләүгә ҡаршы сыҡҡан, тап ошо башланғыс исемлекте ҡыҫҡартыуға килтергән.
Читайте нас: